Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
13 Февраль 2020, 16:00

АТҠА АТЛАН ДА ПАРАДҠА БАР

Ә һин Өфө парадында ҡатнашырға теләйһеңме? Улайһа, ашыҡ... Тулыһынса беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Быйыл Өфөлә 9 май көнө һыбайлылар парады үткәрелә. 75 һыбайлы 112-се кавалерия дивизияһының байрағын майҙанға алып сығасаҡ. Быға тиклем бындай сара республикала булғаны юҡ ине. Акция 112-се данлы Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арнала.
Парадта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ғариза бирергә һәм һайлап алыу турын үтергә кәрәк. Әлеге мәлдә 40 ҡына кеше теркәлеү үткән.
Халҡыбыҙҙың лайыҡлы 75 ир-егете араһында һин дә булып, парадттан атта һыбай үтергә теләһәң, ашыҡ!
Түбәндәге һылтанма аша теркәл: https://clck.ru/MB3nx