Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
29 Ғинуар 2020, 14:00

ЕҢЕҮ ЙӨҘҘӘРЕ

Бөйөк Еңеүгә өлөшөн индергән ата-олатайың, инәй-өләсәйең бармы? Улайһа, был проект һеҙҙең өсөн. Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан “Еңеү йөҙҙәре” исемле проект булдырылды.
Халыҡ-ара тарихи депозитарий—был 150 миллиондан ашыу фото, документ, 150-нән ашыу яҙмыш. Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан Еңеү музейында “халыҡ экспозицияһы” булдырылған. Унда “Еңеү йөҙҙәре” проектында ҡатнашыусылар үҙҙәренең ата-олаталарын күрә ала.
“Еңеү йөҙҙәре” халыҡ-ара статусҡа эйә. Ҡайһы илдә йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр кем тарихи депозитарийға үҙ туғаны хаҡында белешмә индереп, шул рәүешле нацизмды еңгән быуын ҡаһарманлығына дан йырлай ала.
Проектта ҡатнашырға теләгән һәр кем ғаилә архивындағы ата-олатайҙар фотоһын, документтарын махсус сайтҡа ебәрә ала, почта аша ла ҡабул ителә. https://historydepositarium.ru/participants/
Читайте нас: