Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
20 Ноябрь 2019, 10:25

ИЛ ҺАҠЛАРҒА ӘҘЕРБЕҘ!

12 ноябрҙә Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариатынан да көҙгө саҡырылыштың икенсе партияһында 11 егет әрмегә оҙатылды. Шуларҙың 6-һы Сибайҙан булһа, 5-әүһе—Хәйбулланан.

Рәсәйҙә әрме сафына көҙгө саҡырылыштың ҡыҙған осоро. Был кампанияла 132 мең егет әрме сафына алына. Башҡортостандан иһә 5 мең кеше Ватаны алдындағы бурысын үтәргә юллана. Республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко белдереүенсә, көҙгө саҡырылышта алынғандарҙың күбеһе Көнбайыш хәрби округтың ҡоро ерҙәр ғәскәрҙәре сафын тулыландырасаҡ.

Әйткәндәй, яҙғы саҡырылышта Рәсәй оборона министрлығының фәнни-тикшеренеү ойошмаһы һәм юғары хәрби уҡыу йорто вәкилдәре республиканың уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың 6-һын фән ротаһына һайлап алғайны. Шуларҙың икәүһе Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса булдырылған “Эра” хәрби инновацион технополисына эләккән.

12 ноябрҙә Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариатынан да көҙгө саҡырылыштың икенсе партияһында 11 егет әрмегә оҙатылды. Шуларҙың 6-һы Сибайҙан булһа, 5-әүһе—Хәйбулланан.

Буласаҡ ил һаҡсыларын хәрби комиссар Р.Ф.Зәбиров, ҡала ветерандар советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов, локаль һуғыштар ветерандары П.Армизонов, Р.Сәфиуллин тәбрикләне.

—Быға ҡәҙәр ата-әсәйегеҙҙең йылы ҡанаты аҫтында йәшәһәгеҙ, бөгөндән һеҙ үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫып, һәр эшегеҙ өсөн үҙегеҙ яуап бирә башлайһығыҙ. Хәрби белемде тиҙ һәм яҡшы үҙләштерегеҙ, намыҫ менән хеҙмәт итегеҙ. Һеҙҙе өйҙә көтөүҙәрен дә онотмағыҙ,—тип оҙатты йәштәрҙе Афған яуын үткән яугир-интернационалист Петр Армизонов.

“Тәҡүә” мәсете хәҙрәте фатихаһын бирҙе һәм имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Беҙ иһә Хәйбулла егеттәре менән һөйләшеп алдыҡ.

—Биш егет юлға сығып барабыҙ. Яҡташтар менән бер урынға эләкһәк ярар ине тигән теләктәбеҙ. Яҡындарабыҙ тыныс йоҡлаһын өсөн автомат ҡосаҡларға әҙербеҙ,—тине улар.

Бындай егеттәр булғанда илебеҙ именлеге өсөн хәүефләнергә урын юҡ.

Гөлдәр Ҡадаева.

Һүрәттә: Хәйбулла егеттәре— Рәнис Байгилдин, Тимербулат Бохарбаев, Вадим Семенов, Рузалим Хоҙайбирҙин,

Александр Трекилов.