Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
7 Ноябрь 2019, 12:35

Үткәндәрҙе һағынып

7 ноябрь Октябрь революцияһының 102 йыллығы. Был көн күптән инде ҡыҙыл дата булмаһа ла, коммунистик ҡарашлы граждандар уны байрам итеп билдәләүен дауам итә.

7 ноябрь Октябрь революцияһының 102 йыллығы. Был көн күптән инде ҡыҙыл дата булмаһа ла, коммунистик ҡарашлы граждандар уны байрам итеп билдәләүен дауам итә. Сөнки күңелдәрендә әле һаман социализмға һөйөү, уның яҡты киләсәккә баҫҡыс булыуына ышаныс йөрөтә улар. Илебеҙҙә хөкөм һөргән капитализм был һөйөүҙе һүрелтмәгән дә, һүндермәгән дә.
Бөгөн Сибай ҡалаһының коммунистары ошо көн уңайынан йыйылып башлыҡтары һәйкәленә сәскә һалды. Партия ағзалары социализм ваҡытын иҫкә төшөрөп телмәр тотто, коммунистик ҡараштарына ғүмерҙәренең аҙағынаса тоғролоҡ һаҡларға һүҙ бирҙе.