Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
14 Февраль 2019, 16:19

Ир-егет эшенән билдәле

15 февраль—Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөРәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең ветерандар советы йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Ветерандар ойошмаһы рәйесе Л.А.Захаренковтың урынбаҫары Б.М.Шәкиров хәрби хәрәкәттәр ветерандары бүлексәһе өсөн яуаплы. Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулған мәлдә, яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар байрамы алдынан ойошма ағзалары айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Оҙаҡ йылдар эске эштәр органдарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан уҙамандар буласаҡ һалдаттар менән осраша, уларҙа илһөйәрлек, рух ныҡлығы тәрбиәләй.

15 февраль—Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө
Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең ветерандар советы йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Ветерандар ойошмаһы рәйесе Л.А.Захаренковтың урынбаҫары Б.М.Шәкиров хәрби хәрәкәттәр ветерандары бүлексәһе өсөн яуаплы. Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулған мәлдә, яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар байрамы алдынан ойошма ағзалары айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Оҙаҡ йылдар эске эштәр органдарында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан уҙамандар буласаҡ һалдаттар менән осраша, уларҙа илһөйәрлек, рух ныҡлығы тәрбиәләй.
Күптән түгел интернациональ бурыстарын Афғанстанда үтәгән бер төркөм ир-егеттәр Төйәләҫ ҡасаба-һы мәктәбе уҡыусылары алдында сығыш яһаны. Унан Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында уҙған спартакиадала үҙ көстәрен һынап ҡаранылар. Көндән-көн һирәгәйгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына алмашҡа килгән локаль һуғышта ҡатнашыусылар шулай оло быуындан илһөйәрлек тәрбиәләү бурысын яйлап үҙ ҡулдарына алыуы ҡыуаныслы.
—Эске эштәр бүлегендә хеҙмәтемде Әбйәлил районының Асҡар бүлегендә баш-ланым. Аҙаҡ ғаиләм менән Сибай ҡалаһына күстек,—ти Афған һуғышы ветераны, полиция майоры Булат Марат улы.—Беҙҙең ветерандар ойошмаһында Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән Рәил Байдәүләтов бар. Ул полицияла лицензия-рөхсәт биреү эштәре бүлегендә өлкән инспектор вазифаһында эшләне. 2001 йылда Чечен Республикаһының Урус-Мартан ҡалаһында хәрби командировкала булған. Шулай уҡ хеҙмәттәштәрем Ә.Х.Аҡҡужин, А.С.Аралбаев, Р.У.Әхмәтов, О.В.Бахарев, И.Р.Fәбитов, В.И.Овсянниковтар локаль һуғыштар ветерандары булып иҫәпләнә.
Булат Марат улы полиция майоры Рәүил Йосопов, подполковник Фәнүр Ишморатовтарҙың йәш быуынды тәрбиәләүгә айырым көс һалыуҙарын билдәләп үтте. Рәүил Әнүәр улы 23 йыл эске эштәр органдарында хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡһа, Фәнүр Fәйнислам улы 21 йыл ғүмерен полицияға арнаған. Икеһе лә Чечен Республикаһында Конституцион тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан. Фәнүр Ишморатовҡа унда хатта ике тапҡыр булырға тура килгән.
Әлеге көндә хәрби хәрәкәттәр ветерандары хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, төрлө өлкәләрҙә эшләүҙәрен дауам итә. Рәүил Әнүәр улы «УралСиб» банкыһының именлек хеҙмәтен етәкләһә, Фәнүр Fәйнислам улы Сибай медицина колледжында эшләй.
Гөлдәр Ҡадаева.
Һүрәттә:
Ф.Ишморатов, Б.Шакиров, Р.Йосопов.