Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
25 Ғинуар 2019, 17:16

Фән үренә тырыштар ғына етә

25 ғинуар—Рәсәй студенттары көнөДинара Йәрмөхәмәтова—Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы ҡыҙы. Тыуған ауылында туғыҙ класты тамамлағандан һуң ул Учалы ҡалаһы сәнғәт училищеһының хореография бүлегенә уҡырға инә.Училищены уңышлы тамамлағандан һуң бер аҙ һайлаған һөнәре буйынса эшләп ала. Ләкин уҡырға булған ҙур теләге уны БДУ-ның Сибай институтына алып килә.

25 ғинуар—Рәсәй студенттары көнө
Динара Йәрмөхәмәтова—Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы ҡыҙы. Тыуған ауылында туғыҙ класты тамамлағандан һуң ул Учалы ҡалаһы сәнғәт училищеһының хореография бүлегенә уҡырға инә.Училищены уңышлы тамамлағандан һуң бер аҙ һайлаған һөнәре буйынса эшләп ала. Ләкин уҡырға булған ҙур теләге уны БДУ-ның Сибай институтына алып килә.
Сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙ музыка бүлегенә инергә хыялланып килә, әммә, был бүлеккә ҡабул итеү булмау сәбәпле, әҙәбиәтте лә берҙәй һөйгән ҡыҙ, яңы ғына асылған рус-башҡорт бүлегенә инеп уҡып китә. Күңелле студент йылдары «һә» тигәнсә үтеп тә бара: быйыл Динара диплом яҡлаясаҡ.
Динара балалар баҡсаһына йөрөгән йылдарҙан уҡ, оҙон-оҙон шиғырҙар ятлау тиһеңме, йыр-бейеү тиһеңме, барыһына ла берҙәй һәләтле икәнен күрһәтеп үҫә. Училищела уҡыған дәүерҙә, театр түңәрәгенә йөрөп, үҙен актриса булараҡ та аса. Шиғырҙар яҙыу һәләте лә бар уның. Төбәгебеҙ-ҙә билдәле композитор Юлай Моратов уның «Әсәкәйем—күҙ нурым»исемле шиғырына көй яҙып, клип та төшөргәйне. Хәҙер ул «Ҡурай»каналында Нәзилә Туйгилдина башҡарыуында күрһәтелә. Динара, институттың «Ете ырыу»бейеү ансамблендә лә шөғөлләнеп, төрлө ҡалаларҙа сығыш яһай. Хәйбулла районында үткәрелгән «Байыҡ» конкурсында иһә, үҙаллы ҡатнашып, еңеү яуланы. Интернет селтәрендә «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы»тигән төркөм асып үҙенең ижад емештәре менән бүлешеп бара.
«Башҡортостан юлдаш телевидениеһы»ның « Башҡортостандың 100 шәхесе» исемле конкурсында ҡатнашып билдәле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлына арналған монолог менән дә сығыш яһарға тура килә уға зәңгәр экрандарҙан.
Быйыл иһә, бик күп еңеүҙәре, тырышлыҡтарының һөҙөмтәһе булып, Динара Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты булып танылды.
Тырыш, өлгөр, һылыу, уңған ҡыҙға артабан да юғары үрҙәргә үрләүен, яңы еңеүҙәр яулауын теләп ҡалам.
Розалия Теүәлбаева.
Сибай ҡалаһы.