Сибай концерт-театр берекмәһенә—25 йыл
Сибай филармонияһы һәм «Сулпан» балалар театры бына сирек быуат инде тамашасыларын үҙҙәренең сағыу, ҡабатланмаҫ тамашалары менән һөйөндөрә. Ике сәнғәт ойошмаһы берләшеп, концерт-театр берекмәһе булып эшләй башлағас, улар бер-береһен тулыландырып, тамашасы хөкөмөнә тағы ла йәнлерәк, тағы ла йөкмәткелерәк сығыштар тәҡдим итә башланы. Сирек быуатлыҡ юбилей айҡанлы сәхнәгә сығарылған бай концерт программаһы быға асыҡ миҫал.
«Сулпан» тураһында ла, филармония хаҡында ла матбуғат биттәрендә күп яҙылды, радио-телевидение аша күп һөйләнелде. Бөтәһенә үк булмағанда ла, тамашасыларыбыҙҙың күптәре өсөн икеһенең дә йылъяҙмалары яҡшы таныш, хатта кемдәр-ҙер был хаҡта тыңлай-тыңлай, ҡат-ҡат уҡый торғас ялҡып та бөткәндер... Шуға ла бөгөн, берекмәнең юбилей миҙгеле тураһында һөйләгәндә, иғтибарҙы һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлек даирәһенә, өл-гәшелгән уңыштарға, урын алған проблемаларға йүнәлтмәксемен. Ни тиһәң дә, берекмәнең йәшәйеше, алға китеү-китмәүе туранан-тура уның бөгөнгө етәкселәренә, ғәмәлдәге артистар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең нисек эшләүенә бәйләнгән. Был тәңгәлдә ауыҙ тултырып һөйләрлек, бер аҙ ғына маҡтанып алырлыҡ уңыштарыбыҙ ҙа, ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләребеҙ ҙә бар, тип шикләнмәйенсә әйтергә була...
«Түрәһе ниндәй—иле шундай»,—башҡорт халҡының ошо тапҡыр әйтеменә ярашлы, берекмәнең бөгөнгө һынылыш йылдарында ла тайпылышһыҙ алға атлауында, яҡшы яҡҡа табан үҙгәрештәр, юл башында алған дан-шөһрәтен ҡайтанан тергеҙеүендә, яңы һулыш алыуында, әлбиттә, күп нәмә уның етәксеһенә бәйләнгән. Сибай концерт-театр берекмәһе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Минеғәле улы Ҡотошов «теҙгенде ҡулына алған» өс йыл эсендә коллективтағы хәл-торош күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Был иң элек хеҙмәткәрҙәрҙең эшкә ҡарашында һиҙелә—хәҙер эшкә «ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын» өсөн генә йөрөүселәр юҡ кимәлендә. Һәр хәлдә, етәксе ҡул аҫтындағы һәр кемдән теүәллек, ғәҙеллек һәм эшкә бирелгәнлек талап итә. Дөрөҫ, талапсанлыҡты үҙ итмәгәндәр, иҫәпкә бар, һанға юҡ йөрөүселәр берекмә менән араһын өҙҙө, уның ҡарауы коллектив һәләтле йәш көстәр менән тулылана.
«Тәртип тупһанан башлана» принцыбына ла тоғролоҡ һаҡлана беҙҙә. Был йәһәттән әле филармония ваҡытлыса ҡуртымға алған бина алдына күҙ һалыу ҙа етәлер, моғайын. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем килеүселәрҙең ҡарашын наҙлы сәскәләр иркәләй! Бина эсендә лә төрлө-төрлө гөл һауыттарынан матур һәм зауыҡлы зона булдырылған... Әйткәндәй, «Сулпан» театрында ла ошондай уҡ күренешкә тап булаһың...
Әлбиттә, былар барыһы ла концерт-театр берекмәһенең тышҡы йөҙө генә. «Ә уның асылы нимәнән ғибәрәт?»—тип һораусылар ҙа булыр. Асылыбыҙ ҙа, Аллаға шөкөр, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел. Художество етәкселәре—Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Fиззәтуллина, директор урынбаҫарҙары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин, Ринат Fайсин, данлыҡлы «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Айтуған Дәүләткирәев, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзилә Ҡотошова, ҡуйыу цехы етәксеһе Роза Әхмәтшина, реклама бүлеге етәксеһе Гөлгенә Муллахмәтова һәм башҡалар үҙ эштәрендә етәксенең урынлы күрһәтмәләренә, иҫкәрмәләренә һәм талаптарына таянып эш итә. Нәҡ шуғалыр ҙа, бәлки, ижади төркөмдәр алдарына ҡуйылған маҡсаттарға теүәл ирешә һәм уңышлы сығыш яһай.
Үткән отчет осоронда, йәғни юбилейҙар араһындағы биш йыллыҡта, филармония һәм «Сулпан» балалар театры тарафынан иғтибарға лайыҡлы, бай йөкмәткеле, көн ҡаҙағына һуҡҡан бик күп программалар һәм тамашалар сәхнәгә сығарылды. Шулар араһында филармонияның «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Атайсалын данлар уландар!», «Ҡунаҡ ҡыҙы Ынйы йәки «Буйҙаҡтар» операцияһы» театрлаштырылған тамашалары, «Салауаттың еттек йәштәренә...», «Аҡ бурандар аҙаштыра, тимә...», «Башҡортомдоң хазинаһы—йырлы-моңло сибайҙар», «Йәшәү һуты биргән Ер генәм», «Йырҙарымда—Ерем һулышы», «Исемеңдә һинең яҙмышың...», «Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!», «Атлы халыҡ—затлы халыҡ!» программалары тамашасыларҙы халҡыбыҙҙың үткәненә алып ҡайтты, бөгөнгөһө хаҡында уйландырҙы, асылыбыҙҙың айышына төшөндөрҙө, тормошобоҙҙа урын алған, әммә күптәребеҙ һиҙмәгән күп кенә проблемаларға күҙҙәребеҙҙе асты. Әйтәйек, нәҡ беҙҙең төбәктә—Әбйәлил районында башланғыс алып, аҙаҡ республикабыҙҙың һәр бер ауылында матур йолаға әйләнгән һәм шул исемдәге «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» тамашаһы ошо күңелле байрам күренештәренән тыш бөтә барыусы ауылдар яҙмышы хаҡында аяныслы уйҙарға һала һәм күптәрҙең керпектәрен йәшкә сыландыра... «Исемеңдә һинең яҙмышың» программаһы заман шауҡымына ярашлы сабыйҙарына килделе-киттеле исемдәр ҡушҡан ата-әсәләрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе асылыбыҙға ҡайтырға саҡырһа, «Йәшәү һуты биргән Ер генәм», «Йырҙарымда—Ерем һулышы» программаларында тыуған ер, тыуған төйәк проблемалары лейтмотив булып үтә. «Атлы халыҡ—затлы халыҡ» тип исемләнгән рухлы, милли колоритлы программа иһә халҡыбыҙҙың тоғро дуҫы, юлдашы, яуҙашы һәм дандашы булған башҡорт атына дан йырлай, уның тик беҙ-ҙең халыҡҡа ғына хас булған һыҙаттарын һыҙыҡ өҫтөнә ала...
Уҙған йылдар арауығында «Сулпан» балалар театры ла ҡул ҡаушарып ултырманы. «Йылы урын» (Салихйән Әфләтүнов инсценировкаһы), «Ҡаурыйлы өрәк» (Валентин Афонин пьесаһы), «Ауыл эте Аҡбай» (Туфан Миңнуллин), «Бот та сат» (Ксения Драгунская), «Аждаһаны еңер мөхәббәт» (Әлфис Fаязов), «Эҫе ҡар» (Сәрүәр Сурина инсценировкаһы), «Уңмаған көн» (Николай Чапайкин), «Шүрәле—йән киҫәгем!» (Туфан Миңнуллин) һәм башҡа бик күп спектаклдәр Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары балаларын ғына түгел, уларҙың ата-әсәләрен дә һөйөндөрҙө. Ә урындағы драматург Әминә Яхинаның «Юлда кем хужа?» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль үҙенең тәрбиәүи сара булыуы менән үҙенсәлекле һәм уны балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә ҙур теләк менән ҡабул итәләр.
Һуңғы йылдарҙа «Сулпан»дар «Берҙәм Рәсәй» партияһы йүнәлеше буйынса бер нисә спектакль сығарыуға өлгәште. Мә-ҫәлән, ағымдағы йылда ғына ла «Пираттар хазинаһы йәки Отошло эш» (Сергей Дмитриев), «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (Мостай Кәрим), «Аладдин» (Ирина Казакова) спектаклдәре сәхнәгә ҡуйылды. Уларҙы кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа берҙәй яратып ҡарай, ихлас алҡыштарға күмә, коллективҡа эскерһеҙ рәхмәт һүҙҙәре яуҙыра. Ошо арала «Ҡанифа юлы» (Сәрүәр Сурина) спектакле өҫтөндә эш башланасаҡ.
Балалар театрының да гастролдәр географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. «Сулпан»дарға Урал аръяғы райондарында һәм яҡын-тирә өлкәләр райондарында ғына түгел, Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан, Салауат, Әлшәй, Миәкә, Дәүләкән, Федоровка, Бәләбәй, Туймазы һ.б. райондарында, күрше Татарстан Республикаһы, Ырымбур , Силәбе өлкәләре һәм Пермь крайы ауыл-ҡалаларында ла дәррәү ҡул сабалар һәм тағы ла килеүҙәрен көтөп ҡалалар.
Филармония артистары Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ише эре ҡалаларҙа, Һарытау, Һамар, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләрендә йылдың-йылы милли байрамыбыҙ—һабантуйҙар үткәреүҙә ҡатнаша һәм һәр ваҡыт урындағы халыҡтың һөйөү-ихтирамын яулап ҡайта. Быйыл иһә күп йылдарҙан һуң беҙҙең артистар, сит илгә сығып, Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында үткән «Башҡорт йыйыны»нда ҡатнашты. Аһәңле башҡорт моңон, милли колоритлы дәртле бейеүҙәр бүләк итеү менән бер рәттән, Ҡаҙағстан халҡына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙенсәлекле биҙәнеү әйберҙәрен, һоҡланғыс һәм бай орнаментлы көнкүреш кәрәк-яраҡтарын күрһәтеп, туғандаш республика халҡының һушын алып ҡайтты сибайҙар...
Концерт-тамашаларыбыҙға даими йөрөүселәр һуңғы йылдарҙа «Сибай» бейеү ансамбленең, вокалистарҙың һәм башҡа сәхнә кешеләренең костюмдарына ла иғтибар итмәй ҡалмайҙарҙыр, моғайын. Артистарыбыҙ әлдән-әле өр-яңы сағыу сәхнә костюмдарында тамашасы алдына сыға һәм урынлы һоҡланыуға лайыҡ була. Шуны ла әйтеп китеү кәрәктер: кейемдәр генә түгел, башҡарыусыларыбыҙ үҙҙәре лә һиҙелерлек «яңырҙы». Сәхнәгә ижад уты менән янған йәштәрҙең килеүе һәм ышаныслы урындар биләүе икеләтә ҡыуаныслы.
...Бер мәҡәләлә генә барыһы тураһында ла тәфсирләп һөйләп үтеү мөмкин түгел, әлбиттә. Минеңсә, ул кәрәкмәй ҙә. Сибай филармонияһына һәм «Сулпан» балалар театрына һәр саҡ тоғро ҡалған тамашасыларыбыҙ, беҙҙең ижад емештәренә битараф булмағандар былай ҙа барыһын-барыһын үтә күреп тора! Ә 25-се юбилей концертына килеүселәр Сибай концерт-театр берекмәһенең эшмәкәрлек юлын тағы бер тапҡыр күҙҙән үткәреү форсатына иреште. Мәҡәләмдә артистарыбыҙҙы айырым-айырым исемләп телгә алманым, сөнки дөйөм уңышта һәр береһенең үҙ өлөшө, үҙ тырышлығы бар. Уларға бары уңышлы ижад, һүнмәҫ илһам һәм дәрт теләйһе генә килә!
берекмәнең әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.
Һүрәттә: миҙгел асыу тантанаһынан күренештәр.