Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
22 Июнь 2018, 13:55

Тынғы бирмәй һаман канонада

22 июнь—Хәтер көнө1941 йылдың тыныс иртәһендә ҡупҡан ҡот осҡос һуғыш оҙаҡ дүрт йылға һуҙыла. Ә ошо һуғыш михнәтен үҙ иңендә татығын кешеләрҙең ул ғүмерлеккә хәтеренә уйылған. Улар күптән һалдат шинелен һалған,әммә һуғыш юлдары, окопта бергә янып, бергә туңған иптәштәре бер ваҡытта ла иҫтәренән сыҡмай.

1941 йылдың тыныс иртәһендә ҡупҡан ҡот осҡос һуғыш оҙаҡ дүрт йылға һуҙыла. Ә ошо һуғыш михнәтен үҙ иңендә татығын кешеләрҙең ул ғүмерлеккә хәтеренә уйылған. Улар күптән һалдат шинелен һалған,әммә һуғыш юлдары, окопта бергә янып, бергә туңған иптәштәре бер ваҡытта ла иҫтәренән сыҡмай.
Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 95-се йәше менән барған ҡарт һалдат Иван Григорьевич Огнев та йыш ҡына төндә-рен канонада тауышын ишетеп уяна. Уны 1943 йылдың октябрендә, 18 йәше тулыу менән,хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Байкал аръяғы фронтының генерал-полковник Кравченко етәкләгән 6-сы Гвардия танк армияһының 245-се айырым ротаһына эләгә. Был фронтты ул йылдарҙа Советтар Союзы маршалы Р.Я. Малиновский етәкләй. Ошо хәрби подразделение составында Иван Огнев Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Яралана, контузия ала.
Өлкән йәштә, I төркөм инвалиды булыуға ҡарамаҫтан, Иван Григорьевич бөгөн дә ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша, йәштәр һәм үҫмерҙәргә патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүлә,ҡаланың һуҡырҙар йәмғиәте ағзалары менән тығыҙ аралаша, шиғырҙар яҙа. Ижадында ла һуғыш, һалдат батырлығы темаларын урап үтмәй. Хәтер көнөндә ул яуҙаштарын иҫкә ала, киләсәктә бындай мәхшәр бер ваҡытта ла ҡабатланмауын теләй.