

Дилә Илгиз ҡыҙы өсөн сәскәләр--эмоциялар теле. Ул ҡалала беренселәрҙән булып флористикала заманса трендтарҙы индерә башлай, ҡалыпҡа һалынған букет яһауҙан баш тартып, авторлыҡ, «тере» эштәргә өҫтөнлөк бирергә тотона.
Ваҡыт үтеү менән эшмәкәрлеге йүнәлеше бүләк бизнесына тиклем киңәйә. «Идиллия» командаһы бөгөн сибайҙарға һәм ҡала ҡунаҡтарына флористиканы, декорҙы һәм гастрономияны берләштергән, бүләктәр өсөн комплекслы хеҙмәттәр тәҡдим итә.
Әммә ирешелгән уңыштар менән генә сикләнеү Дилә Хөсәйенова өсөн хас күренеш түгел. Шуға ла ул матурлыҡ сәнғәтен үҙләштергәндән һуң аш-һыу индустрияһына тотона. Шулай итеп, ҡала уртаһында «Дэлис» кафе-рестораны барлыҡҡа килә. Башҡа күп кенә туҡланыу урындарынан айырмалы рәүештә, «Дэлис» кафе-рестораны ризыҡ төрлөлөгөнә генә түгел, ә аш-һыу әҙерләп бирелгән залдың мөхитенә, биҙәлешкә, уның стилле, заманса һәм уңайлы булыуына баҫым яһай.
Ресторан эшен яйға һалғас, эшлекле ханымдың киләһе үҫеш аҙымы--«Буфет.Ан» проекты була. «Дэлис» та классика һәм романтика хөкөм һөрһә, «Буфет.Ан» иһә заманса ҡала кешеһенең тиҙ, сифатлы һәм тәмле ҡапҡылап алыуын, шулай уҡ эшлекле төшкө аш ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.
Креатив идеяларын ҡыйыу рәүештә уңышлы эшҡыуарлыҡҡа әйләндергән Дилә Илгиз ҡыҙы Хөсәйенованың исеме матурлыҡ, нәфислеккә генә түгел, ҡунаҡсыллыҡтың яңы стандарттары менән дә бәйле.
— Был проекттарҙы нимә берләштерә?--тип ҡыҙыҡһындым әңгәмәсемдән.
— Беренсеһе--деталдәргә иғтибар. Аҙыҡ-түлектең сифатынан алып салфеткалар дизайнына тиклем--барыһы ла ентекләп уйланылған. Икенсеһе--яңы кимәлдәге сервис. Команданы тик профессиональ кимәле буйынса ғына түгел, ә ҡунаҡсыл хужа була белеүҙәренә лә ҡарап һайлап алам. Өсөнсөһө--шәхсән контроль,--тип яуапланы эшлекле ханым.
Дилә Илгиз ҡыҙы эшмәкәрлеге концепцияларын, меню төҙөүҙе һәм стиль булдырыуҙы үҙ өҫтөнә алған.
Уны, һис шикһеҙ, социаль яҡтан әүҙем эшҡыуар тип атап була. Ул үҙ эшен яңы башлаусыларға иң ҡуя белә, бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша, урындағы бизнес-берләшмәлә лайыҡлы урын биләй, «Рәсәй терәге», «Урал аръяғының эшлекле донъяһы» бизнес-үҙәге кеүек структуралар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
— Ә һеҙ һөнәрегеҙ буйынса кем?
— Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Сибай педагогия училищеһын тамамлағас, «Родничок» балалар баҡсаһында һөнәрем буйынса эш башланым.
— Ни өсөн эшмәкәрлек өлкәһен шулай ҡырҡа үҙгәртергә булдығыҙ?
— Ул ваҡытта эшҡыуарлыҡ яңы ғына башланып тора ине. Үҙемде икенсе тармаҡта һынап ҡарарға тигән теләк тыуҙы. Оҙаҡ уйландым, булдыра алырмынмы икән, тип ҡурҡтым. Ләкин тәүәккәлләргә булдым һәм сәскә бизнесы астым.
— Ни өсөн тәрбиәсе һөнәрен һайланығыҙ?
— Сибайҙа һөнәр һайлау өсөн мөмкинлектәре ҙур түгел ине: йә педагогия, йә медицина, йә тау техникумы. Медицина минең өсөн түгеллеген белә инем. Бер инәйем тәрбиәсе булып эшләй ине, уға оҡшарға теләп педучилищеға барырға ҡарар иттем. Хәҙерге заманда балалар менән эшләүе еңелдән түгел. Тормош та, тирә-яҡ донъя ла тиҙ үҙгәрә, талаптар арта.
— Бизнесығыҙҙы киңәйтеү теләге ҡасан тыуҙы?
— Хәҙерге кимәлемә етер өсөн бик ҙур тырышлыҡ һалырға тура килде, йәғни 30 йылға яҡын ғүмеремде эшҡыуарлыҡҡа бағышланым. Эшмәкәрлегемде киңәйтеү ниәте сәйәхәт иткән саҡта килде. Иҫ киткес матур урындарҙы, ресторандарҙы, эстетиканы күрҙем. Сибайҙа ла шундай урын булдырғым килде. Буш майҙансығымды тағы нимә менән тултырырға тип уйлағанда, был урындың йәмәғәт туҡланыуы өсөн идеаль икәнен аңланым. Сибайҙа, дөрөҫөн әйткәндә, бындай атмосфералы һәм бындай ҡарашлы ресторан юҡ ине. Башҡа ҡалаларҙан килгән ҡунаҡтарҙың, ҡалалаштарҙың беҙҙең кафе-ресторанда ашап, ял итеп, маҡтап сығыуҙарына ҡарағанда--эшем уңышлы килеп сыҡҡан.
— Эштәрҙе яңғыҙ алып бараһығыҙмы?
— Ярҙамсыларым бар. Күп осраҡта өлкән ҡыҙым ярҙам итә. Оло ҡыҙыма--21, кесеһенә 19 йәш.
— Барыһын да күтәреп һуғырға теләгән саҡтарығыҙ буламы?
— Ауыр мәлдәр һәр саҡ була, бигерәк тә көрсөк ваҡытында. Эшҡыуарҙың төп бурысы--заман талаптарына яраҡлашыу, булғанды һаҡлап ҡалыу һәм, әлбиттә, хеҙмәт даирәһен, килем алыуҙы арттырыу. Беҙҙең быуын Советтар Союзы тарҡалыуын, үҙгәртеп ҡороуҙы, күп һанлы иҡтисади тотороҡһоҙлоҡтарҙы кисерҙе. Былар барыһы ла беҙҙе сыныҡтырҙы. Хәҙер ҙә тормош еңелдән түгел һәм күптәр эшҡыуарлыҡтан китә. Тик рухлы, көслө кешеләр генә маҡсатына ынтылыуын дауам итә.
— Эшҡыуар өсөн иң мөһиме нимә?
— Үҙ-үҙеңде ҡулға ала белергә, эске тыныслыҡ нөктәһен табырға кәрәк. Иң мөһиме--паникаға бирелмәү һәм хаталы ҡарар ҡабул имәү. Эшҡыуарлыҡ ҡатмарлы осорҙа ла йәшәһен һәм килем килтерһен өсөн аҡыл менән эш итергә кәрәк.
— Ниндәй миҙгелдә һеҙҙә туҡланыусылар һаны арта?
— Йәй көнө беҙҙә һәр саҡ йәнлелек хөкөм һөрә. Ҙур ҡалаларҙа йәшәүсе яҡташтар күпләп тыуған яҡтарына ҡайта--кемдер бында ял итә, кемдер ата-әсәһе янына ашҡына. Ә көҙҙән башлап халыҡ кәмей. Быға әҙер булырға кәрәк.
— Командағыҙ тураһында нимәләр әйтерһегеҙ? Ашнаҡсылар йыш алмашынамы?
— Эште башлаған мәлдән үк профессионалдар командаһы тупланыҡ. Коллектив бик татыу, күбеһе асылған көндән бирле эшләй. Ресторан бизнесы өсөн был--бик һирәк күренеш һәм ҙур табыш. Сәскәләр бизнесында ла барыһы ла тотороҡло.
— Бизнес менән оҫта идара итеү өсөн махсус иҡтисади белем кәрәкме?
— Башта минең бер ниндәй ҙә бизнес-белемем юҡ ине. Һуңынан ситтән тороп «Идара итеү менеджменты» специальносы буйынса белем алдым. Ләкин минең төп университетым--ул практика һәм китаптар. Мин эшлекле әҙәбиәтте бик күп уҡыйым, даими рәүештә тренингтарға һәм семинарҙарға йөрөйөм. Эшҡыуар маркетингты, сауҙа, кешеләр менән идара итеүҙе, психологияны яҡшы белергә тейеш.
— Һеҙҙең кафе-ресторанда ашаусылар ниндәй һыйға өҫтөнлөк бирә?
— Европа, япон һәм башҡорт халҡының милли аш-һыуҙарын әҙерләйбеҙ. Меню ошо микстан тора. Өс ай һайын махсус меню индерәбеҙ: яңылыҡтарҙы ҡарайбыҙ, ҡунаҡтарҙың оҡшатыу-оҡшатмауын тикшерәбеҙ, иң үтемле ризыҡтарҙы төп менюға индерәбеҙ.
— Күңел асыу саралары йәки эшлекле осрашыуҙар үткәрәһегеҙме?
— Элек күңел асыу сараларын үткәрә инек, әммә хәҙер туҡтап торҙоҡ--иҡтисади яҡтан был аралашыу төрө үҙен аҡламай. Шулай ҙа, айырым осрашырға, эшлекле төшкө аш йәки эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрергә теләүселәр өсөн беҙҙә VIP-бүлмә бар. Уға йыш ҡына шәхсән рәүештә бронь ҡуялар. Инвестһабантуйға ла өҫтәлдәргә заказдарҙы алдан ҡабул иттек. Беҙгә килеүселәрҙе һәр ваҡыт шатланып ҡаршы алабыҙ һәм барыһы өсөн дә асыҡбыҙ. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа эшмәкәрлегебеҙҙе "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проектына ярашлы алып барабыҙ.
— Ә хәйриәлек менән шөғөлләнәһегеҙме?
— Эшҡыуар, минеңсә, хәйриәлек менән шөғөлләнергә тейеш. Беҙ бынан ҙур акциялар яһамайбыҙ, әммә мөмкинселеккә ҡарап ярҙам итә
— Ә һеҙ хәйриәлек менән шөғөлләнәһегеҙме?
— Эшҡыуар хәйриәлек менән шөғөлләнергә тейеш. Беҙ бынан ҙур пиар-акциялар яһамайбыҙ, әммә мөмкинселеккә ҡарап ярҙам итәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ылауға туплауға даими рәүештә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ.
— Һеҙ балаларығыҙҙың үҙегеҙ кеүек эшҡыуар булыуын теләр инегеҙме?
— Улар минең бизнес-леди икәнемде күрә, һәм был өлгө, һис шикһеҙ, уларға йоғонто яһай. Өлкән ҡыҙым Милена миңә эшемде алып барырға күптән ярҙам итә, шул уҡ ваҡытта уҡып та йөрөй. Кесеһе лә дөйөм эште ситтән күҙәтмәй. Эшҡыуар булығыҙ тип мәжбүр итмәйем. Тормошта үҙ юлдарын улар үҙҙәре һайларға тейеш. Әммә бизнесты инҡар итмәйем, эшмәкәрлегебеҙ менән таныштырып барам, уны эстән күрһәтәм.Ҡыҙҙарымды ныҡ әпәүләмәйем. Бары тик үҙ миҫалымда ирек һәм яратҡан эш ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүен күрһәтергә ынтылам. Әйтергә кәрәк: йылдан-йыл үҙ эшеңде алып барыу ҡатмарлаша. Нулдән эш башлау--еңел юл түгел. Күптәр: «Бизнес асам да, ул миңә табыш килтерә башлаһа, һауаға ҡарап, төкөрөп кенә ятасаҡмын»,--тип уйлай. Ысынында, эшҡыуарлыҡ ҙур яуаплылыҡ һәм йөк. Үҙ эшеңдә тәүлек әйләнәһенә, йәғни 24/7 эшләргә мөмкинһең. Ялланып эшләүселәр иһә иртәнге сәғәт 8-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем эшләй ҙә унан өйөнә ҡайта ла бар йөкләмәнән азат. Эшҡыуарлыҡта улай түгел. Һин даими рәүештә иғтибар үҙәгендә булырға, ваҡиғалар ағымында булырға тейешһең.
— Креативлыҡ ҡайҙан килә?
— Бала саҡтан нимә булһа ла уйлап сығарырға әүәҫмен. Минең педагогик белемем үҙ эшемде асыуға нигеҙ булды, тиһәм дә хата булмаҫ. Педучилищела алған һабаҡ ныҡ ярҙам итте. Беҙ уҡығанда хәҙерге кеүек фекерҙе, аңды үҫтереүсе материалдар бик булманы, һәм беҙ барыһын да: уйынсыҡтарҙы, дидактик ҡулланмаларҙы үҙебеҙ эшләнек. Тәрбиәсе булыуым креативлыҡҡа этәрҙе. Төрлө илдәргә, ҡитғаларға сәйәхәт ҡылыу, яңы урындарҙы күреү иһә беҙҙә лә ошондай гүзәллекте булдырып була ла баһа тигән һығымтаға килтерҙе.
— Йәйгеһен ҡайҙа ял иттегеҙ?
— Ҡытайға барҙым. Был ил буйлап төрлө эшҡыуарҙар менән берлектәге сәйәхәт-күргәҙмә булды. Эшлекле сәфәр идеяларҙы тормошҡа ашырыуға, бизнесты үҫтереүгә ныҡлы булышлыҡ итте. Әрмәнстанға сәйәхәт күңелгә лә, тәнгә-йәнгә лә ял бирҙе. Илһам биреүсе иҫ киткес матур урындар күп булыуына инандым.
— Бала саҡта нимә тураһында хыялландығыҙ?
— Йырсы булырға теләнем. Быйыл вокал дәрестәренә йөрөй башланым. Вокал буйынса педагог Луиза Юнысованан һабаҡ алыуы үҙе бер кинәнес. Әйткәндәй, сәхнәгә һөйөү нәҫелдән килә. Әсәйем Ғөбәйҙуллина Фәниә Исмәғил ҡыҙы ла хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына йырлай һәм сәхнәлә сығыш яһай башланы. Туғыҙынсы тиҫтәһен тураҡлаған әсәйем Баймаҡ районының Дәүләт (Һеңрән) ауылында 1935 йылда тыуған. Ул әле беҙҙең менән йәшәй. Ҡәҙерлем бөтә ғүмерен Сибай байыҡтырыу фабрикаһына бағышланы. Оҙаҡ йылдар ҡала мәҙәниәт йортоноң «Йәнгүҙәй» фольклор халыҡ ансамблендә шөғөлләнде. Ижади коллективы менән төрлө ҡалаларҙа сығыш яһанылар, конкурстарға йөрөнөләр. Мин дә хаҡлы ялға сыҡҡас, күңелемә ятышлы шөғөл табыуыма ышанам.
— Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
—Ҡурҡмаҫҡа, тәүәкәлләргә кәрәк. Тәжрибә, һис шикһеҙ, йылдар үтеү менән килә, был — факт. Ләкин парадокс шунда: хатта бөгөнгө ҙур тәжрибә багажы (эшҡыуарлыҡта 30 йылдан ашыумын) менән дә ҡайһы саҡта, ысынлап та, ҡурҡыныс була. Элек беҙ 5 йыл алға стратегик пландар ҡора инек. Хәҙер планлаштырыу ваҡыты минимумға тиклем ҡыҫылды — ҡайһы ваҡыт хатта бер нисә айға ғына күҙаллайбыҙ. Беҙ «тотороҡлолоҡ» төшөнсәһе ныҡ нескәргән турбулентлыҡ дәүерендә йәшәйбеҙ. Теләһә ҡайһы мәлдә барыһы ла емерелергә мөмкин.
Нәҡ шуға күрә тәжрибә икенсе нәмәгә--һаҡ булырға өйрәтә. Финансистар әйтеүенсә «хәүефһеҙлек яҫтығы» һәр ваҡыт кәрәк. Һин инде уйланмайынса аҙым яһап, баштан-аяҡ хәүефкә инә алмайһың, сөнки хатаның хаҡы бик юғары. Йәш эшҡыуарҙың, амбицияларынан тыш, юғалтыр нәмәһе юҡ тиерлек--ул бөтәһен дә картаға һала, һәм бында уның көсө ята. Ә беҙ, үҙ дәүеребеҙҙә бер нисә көрсөктө кисергән эшҡыуарҙар, яңы проектҡа аҡса һалыр алдынан 40 тапҡыр уйлайбыҙ. Һаҡ эш итеү профессиональ инстинктҡа әйләнгән.
Дилә Хөсәйенованың эшҡыуарлыҡ тарихы үҫеш өсөн баш ҡалаға йәки икенсе ҙур урынға китергә кәрәкмәүен иҫбатлай, бәләкәй ҡалалар ҙа таланттарға, идеяларға һәм ысын эшҡыуарлыҡ һәләтенә бай булыуын күрһәтә. Креатив индустриялар төбәктәрҙә лә ҙур һорау менән ҡуллана. Тап улар эш урындары булдыра, ҡулланыу мәҙәниәтен формалаштыра һәм тирә-яҡтағы тормошто матурыраҡ һәм уңайлыраҡ итә. Иҡтисадыбыҙҙың киләсәге--нәҡ ошондай сағыу, ҡыйыу һәм үҙ эшен яратҡан кешеләр ҡулында.
Гөлдәр Ҡадаева.
фото Дилә Хөсәйенованың шәхси архивынан