

— Һәр ҡатын-ҡыҙ юғары дәүләт йәки корпоратив вазифа биләй алмай. Бөгөн иһә үҙ эшеңде асып, уның менән етәкселек итеп үҙеңдең ҡарамағыңда. Төрлө белем биреү программаларын, ярҙам инфраструктураһын һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәләрен үҫтереү ҡатын-ҡыҙҙарға кәрәкле компетенцияларҙы тиҙерәк яуларға һәм бизнесҡа ышаныслыраҡ инергә мөмкинлек бирә. Замана ҡатын-ҡыҙҙары тәрәнерәк фекер йөрөтә һәм уңышлы булыу юлын эштәре менән иҫбатлай. Бынан тыш, клиенттар ҡатын-ҡыҙҙар ойошторған компанияларға күберәк ышана--иғтибарлылыҡ, хәстәрлек, әсәйҙәрсә мөнәсәбәт кеүек уйламаған ассоциациялар үҙ ролен уйнамай ҡалмай,--тип билдәләй Гөлназ Юнысбаева.-Статистик мәғлүмәттәр буйынса, кешеләрҙең ни бары 5–10 проценты ғына эшҡыуар була ала, ә уңышлылары тағы ла әҙерәк. Әммә тырышып ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә һин тәүәккәллеккә әҙерһең, үҙеңә ышанаһың икән—үҙ эшеңде башла.
Ҡыйынлыҡтар тураһында һорашҡанда, эшҡыуар уларҙың үҙ позицияһын нығытыуын ғына таный.
— Барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп була, донъяла хәл ителмәҫлек бер нәмә лә юҡ. Аңыбыҙҙа үҙебеҙ ҡуйған сиктәрҙән башҡа бер ниндәй сик тә юҡ,--тип һөйләй эшҡыуар.-Ауырлыҡтар килеп тыуғанда, нимәнелер тиҙ арала хәл итергә кәрәк булғанда, быны яҙмыш ҡорған кәртә тип түгел, ә еңеүгә, алға ынтылыш тип ҡабул итергә кәрәк. Әгәр эске ауырлыҡтарҙы еңеп, алға барырға әҙер булыуығыҙға ышаныс бар икән--һеҙ ысын эшҡыуар. Сөнки эшҡыуар—бер урында тапаныусы түгел, эш итеүсе кеше. Эшҡыуарлыҡ, минең тормошомдоң бер өлөшө, тәбиғи торошом.
Баштан уҡ үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым: үҙ эшемде асыу, уны сифатлы итеп башҡарыу, бер кемгә лә бәйле булмау һәм етерлек күләмдә аҡса эшләү. Быларҙың барыһын да тормошҡа ашырҙым тип әйтә алам: «Фаунтрек» һатып алырға теләнем һәм 5 миллиондан ашыу аҡса йыйып уны һатып алдым.
Гөлназ Өфөлә тыуған. Ата-әсәһе--Азамат һәм Фәниә Ҡаҙаҡбаевтар Урал аръяғынан сыҡҡан кешеләр булараҡ, баш ҡаланан Сибайға ҡайтырға һәм ошонда төпләнергә хәл итә. Ҡаланың Арҡайым ҡасабаһынан ер участкаһы алып, ҙур йорт төҙөп инәләр. Ғаиләләренә ырыҫ өҫтәп Айбулат исемле улдары тыуа.
Гөлназ 9-сы класҡа тиклем «Ирәндек» лицейында уҡый. Урта белемде Сибай гимназия-интернатында ала. Артабан БДУ-ның Сибай институтының ғәмәли математика һәм информатика факультетына килешеү нигеҙендә уҡырға инә.
Ҡыҙға уҡыуҙы эш менән бергә алып барырға тура килә: Өфө һәм башҡа ҡалаларҙан килгән артистарға концерттар ойошторорға ярҙам итә. Концерт ҡуйырға килеүсе йырсы, бейеүселәргә ашарға ла әҙерләй. Гөлназ бешергән ризыҡты тәмләп ҡарағандарҙың барыһы ла бер тауыштан үҙ рестораныңды асырға кәрәк тип әйтә. Шул саҡта уның тап ошо йүнәлештә үҙ эшен асыу тураһындағы уйы тыуа.
Гөлназ Азамат ҡыҙы 2014 йылда институтты уңышлы тамамлағас, шәхси эшҡыуар булып теркәлә һәм тәүге хәләл «ШаурмаМа» нөктәһен аса. Шулай уҡ ҡала халҡына ризыҡ ташыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә башлай. Ә 2019 йылда «Kustanas» хәләл кафеһын аса, унда ла ризыҡ ташыу уңайлылығын булдыра.
— Ни өсөн һеҙ был исемде һайланығыҙ һәм хәрефтәр ни өсөн латин телендә? Һуңғы арала сит телдә яҙылған атамаларға дәғүәләр күп. Был йәһәттән һеҙгә бер ниндәй ҙә проблема юҡмы? — тип һораныҡ эшҡыуарҙан.
— Башта мин эшемдең асылын сағылдырған яраҡлы башҡортса атама эҙләнем. Шунан социаль селтәрҙәрҙә халыҡ араһында һорау алыу үткәрҙем. Унда Kustanas һүҙен тәҡдим иттеләр. Һөҙөмтәлә был һүҙ тауыш биреүҙә еңеп сыҡты. Артабан атамаға патент алдыҡ. Шуға күрә был йәһәттән беҙгә бер ниндәй ҙә дәғүә булмаясаҡ,--ти эшҡыуар.
Гөлназ Азамат ҡыҙы даими үҫеш юлында, ул ирелешелгәндәре менән генә туҡтап ҡалмай. Донъя кимәлендәге «тәгәрмәс өҫтөндәге ризыҡ» трендынан ҡалмаҫҡа тырышып, төбәктә уникаль проект — «Шаурма» фудтрагын һатып ала һәм ҡала урамдарына алып сыға. Эшҡыуар үрҙә әйтеүенсә, был амбициялы стартапҡа ул 5 миллион һум самаһы дөйөм инвестиция йүнәлтә.
«Шаурма» фудтрагы ябай ғына тағылма түгел, санитар-эпидемиологик нормаларға тулыһынса яуап биргән юғары технологиялы мобиль аш-һыу әҙерләү урыны. Фургон эсендә компактлы ғына итеп бөтә кәрәкле йыһаздар урынлаштырылған: ҡеүәтле һыуытҡыстар, профессиональ грилдәр, кофемашиналар һәм урамда ресторан сифатындағы ризыҡ әҙерләргә мөмкинлек биргән башҡа йыһаздар бар. «Шаурма» фудтрагы Белов урамы, 5 адресы буйынса, «Пятерочка» магазины янында урынлашҡан. Фудтрак менюһы тиҙ әҙерләнә торған ризыҡтарға йүнәлтелгән: классик хот-догтар, шаурма, шулай уҡ эсемлектәрҙең ассортименты бик ҙур.
— Бизнеста иң мөһиме — яуаплылыҡ. Аҙыҡ-түлек сифаты һәм минең менән бергә эшләгән кешеләр өсөн яуаплылыҡ. Аш-һыу әҙерләүҙең бөтә этаптарын шәхсән контролдә тотам, шуға күрә беҙ етештергән ризыҡ, юғары конкуренция булыуға ҡарамаҫтан, сибайҙар араһында ихтыяж менән файҙалана,--тип серҙәре менән уртаҡлашты Гөлназ Юнысбаева.-Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә икенсе ролдәр юҡ: официант, ашнаҡсы, кассир--команда ағзаларының барыһының да эшмәкәрлеге бик мөһим, сөнки уларҙың бурысы—кафеға килеүселәрҙе тәмле һәм матур итеп ашатыу. Ашнаҡсыларҙың барыһының да махсус белеме бар. Даими рәүештә яңы заманса йыһаздар һатып алабыҙ, ҡорамалдарҙы яңыртабыҙ. Былтыр туҡланыу өлкәһендәге тырыш хеҙмәтебеҙ лайыҡлы баһаланды: компаниябыҙға Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаровтан Рәхмәт хаты тапшырылды.
Эшҡыуарлығын үҫтереү өсөн Гөлназ Азамат ҡыҙына бер нисә тапҡыр бәләкәй процент менән кредит алырға тура килә. Шулай уҡ уға эшен яйға һалып ебәреүгә «Урал аръяғының эшлекле донъяһы» бизнес-үҙәге етәксеһе Әлфиә Рәүил ҡыҙы Насретдинова ныҡлы ярҙам итә.
Гөлназ Азамат ҡыҙы белемен арттырыу өҫтөндә лә ныҡышмалы эшләй. Ул былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының бизнес менән идара итеү факультетын тамамлаған. Әлеге ваҡытта «Стратегтар Альянсы» шәхси мәктәбендә уҡый һәм көндән-көн профессиональ бизнес менән идара итеүҙең ни тиклем мөһим икәнен нығыраҡ аңлай.
—Был — ябай уҡыу ғына түгел, ә яңы фекерләү системаһы, башҡаса эш итеү кимәле һәм ысын бизнес мөхите. Остаздар бизнесҡа ғына түгел, ә стратегик үҫешкә һәм эште ышаныслы алып барырға өйрәтә,--тип һөйләй эшҡыуар.
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән тыш, Гөлназ Азамат ҡыҙы әүҙем гражданлыҡ позицияһы алып бара һәм хәйриәлеккә айырым иғтибар бүлә. COVID-19 пандемияһы мәлендә ул үҙәк ҡала дауаханаһына дезинфекция саралары менән ныҡлы ярҙам итә. Быйыл ҡыш эшҡыуар Сибайҙағы район-ара перинаталь үҙәге 4-се ҡатындағы бүлегенә телевизор, хужалыҡ кәрәк-ярағы, 35 матрас һатып алып биргән. Шулай уҡ инвалид балаларға ярҙам күрһәтә. Яңыраҡ уларға үҫтереүсе парта һәм ултырғыстар алып биргән. Мохтаждарға шатлыҡ өләшеү--беҙҙең бурыс, тип иҫәпләй ҡатын-ҡыҙ.
Махсус хәрби операция башланғандан алып фронтҡа ярҙам итеүҙән туҡтамай.
Эшҡыуарлыҡҡа баш-көллө сумған Юнысбаевтар ял итеп, көстәрен тергеҙергә күнеккән. Улар Башҡортостан буйлап күп сәйәхәт итеп кенә ҡалмай, сит илгә лә йыш барып, ял итеп ҡайталар.
— Ауыр эшҡыуарлыҡ йөгөн ҡатын-ҡыҙ иңем менән генә яңғыҙ күтәрә алмаҫ инем. Аллаға шөкөр, ирем Илгиз Юнысбаев һәр яҡлап ныҡлы терәгем. Әсәйем Фәниә Ғәйнислам ҡыҙы менән атайым Азамат Ҡаҙаҡбаев (бер нисә йыл элек мәрхүм булды) минең көсөмә ныҡлы ышанып оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙы. Туғандарымдың ярҙамын ныҡлы тоям,--ти Гөлназ Азамат ҡыҙы.-Улар минең уңышһыҙлыҡтарымды ла, шатлыҡтарымды ла уртаҡлаша, бөтә башланғыстарымды ла хуплай һәм ярҙамлаша. Барыһы өсөн дә рәхмәт!
Киләсәктә Гөлназ Азамат ҡыҙы Сибайҙа милли ризыҡтар менән һыйлана торған урын асырға теләй.
— Ҡалала ҡаҙаҡ, үзбәк кухняһы бар, ә башҡорттоҡо юҡ. Хәҙер ошо йүнәлештә ныҡлы эшләйем,--тип пландары менән уртаҡлашты эшҡыуар.
Гөлназ һәм Илгиз Юнысбаевтар бәхетле ата-әсә лә. Уларҙың 9 йәшлек улы Морат үҫеп килә. Ул Арҡайым башланғыс мәктәбенең 3-сө класында уҡый.
*** Фудтрак (ингл. food — «ризыҡ» һәм truck — «фургон») — әҙер ризыҡты әҙерләү, һаҡлау һәм һатыу өсөн йыһазландырылған автомобиль тағылмаһы йәки фургоны.
Гөлдәр Ҡадаева.