Латыповтарҙың хужалығында 11 йәшлек «Плариум» ҡушаматлы рус юртағы, «Шамал» ҡушаматлы 5 йәшлек башҡорт-ҡарасәй аты, 4 йәшлек башҡорт тоҡомло «Парламент», «Күбәләк», «Спирит», «Смурфик», «Бусинка», «Маруся» ҡушаматы шетленд понилары бар. Бер йыл элек уларҙың дуҫ командаһына «Атаман» ҡушаматлы тағы бер бик шәп ат өҫтәлгән, уға 9 йәш.
-Беҙҙең клубта шөғөлләнгән балалар һыбай йөрөргә генә түгел, уларҙы ҡарарға, ашатырға, эйәрләргә лә өйрәнә. Кәрәк булһа аҫтын таҙаларға ла тура килә. Ҡыҙҙар-малайҙарҙың ҡулланыусы ғына булып үҫеүҙәрен теләмәйем, ат—ул велосипед түгел, йөрөп килергә лә ырғытырға,--ти Резеда Әсхәт ҡыҙы. Аттарҙы хәстәрләргә, яратырға, ашатырға кәрәк. Йылҡы малын ҡарап балалар башҡа йорт хайуандары менән мөғәмәлә итергә өйрәнә.
Баймаҡ районының Октябрь ауылы ҡыҙы Резеда Әсхәт ҡыҙы үҙе бәләкәйҙән мал йәнле булып үҫә. Атаһы вафат булғанда уға 13 кенә йәш була. Шуға ла уға ҡәҙерлеһенең яратҡан «Буян» ҡушаматлы атында бесән, һалам, иген ташыу кеүек хужалыҡ эштәрен башҡарырға тура килә.
-Эш эшләп кенә ҡалманым «Буян»да һыбай йөрөргә, юртырға өйрәндем,--ти Резеда Әсхәт ҡыҙы.-1994 йылда «Йылайыр» совхозы һабантуйында бәйгелә ҡатнашҡан берҙән-бер ҡыҙ булдым. Оҙон арауыҡтарҙағы бәйгеләрҙә йүгәнһеҙ сабыша инем, сөнки шулай хәүефһеҙерәк.
8-се кластан һуң ҡыҙ Өфө педагогия колледжының фортепиано класы буйынса уҡырға инә. Шул уҡ мәлдә «Аҡбуҙат» ипподромында эшләп тә йөрөй. Әммәкөтмәгәндә әсәһе ауырып китә һәм ҡыҙға уҡыуын ташлап ауылына ҡайтырға тура килә.
Ҡулына аттестат, шул уҡ ваҡытта штукатур-маляр һөнәрен алыу ниәте менән Сибай ҡалаһының 24-се һөнәрселек училищеһына уҡырға бара. Унан тағы баш ҡалаға юллана һәм «Аҡбуҙат» ипподромына эшкә барып, юртаҡтарҙы ҡарай.
Артабан ул Южноуральск идара һәм хоҡуҡ колледжында уҡый, унан һуң Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара һәм хоҡуҡ институтында «юриспруденция» специальносы буйынса белем ала. Ҡулына юғары белем хаҡында диплом алғанда тәүге сабыйына әсәй булырға ла өлгөрә. Ул ваҡытта улына 8 ай була. Резеда Әсхәт ҡыҙы 10 йылға яҡын суд ултырышында секретарь булып эшләй. 2011 йылда өсөнсө балаһы менән декрет ялында ултырғанда хеҙмәт өлкәһен ҡырҡа үҙгәртә.
-Социаль селтәрҙә элек «Аҡбуҙат» ипподромында бергә эшләгән коллегам менән аралашҡан ваҡытта ул миндә ат-спорт клубы асыу теләген уятты,--тип һөйләй әңгәмәсем.-Был башланғысымды ирем хупланы. Ул шул ваҡытта Сибай институтын тамамлап, ҡулына педагог-психолог специальносы буйынса юғары белем дипломын алғайны. Шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеп «Ветерок» ат клубы астыҡ. Ирем Радик Мәүлитйән улы--иппотерапия, мин балалар менән спорт йүнәлешендә шөғөлләндек.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә клуб тәрбиәләнеүселәре төрлә бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулауға өлгәште.
Ике йыл эшләп, эшҡыуарлыҡты инде яйға һалдыҡ тигәндә бәлә килә: уларҙың һарайы янып китеп аттары һәләк була. Ҡазаланыуҙарына 10 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә Резеда Әсхәт ҡыҙы ул ваҡытты бөгөнгө кеүек иҫләй һәм ут эсендә һәләк булған малҡайҙары өсөн һаман йөрәге әрней.
-Ныҡ ҡайғырҙыҡ. Әммә беҙҙе бәләбеҙ менән яңғыҙ ҡалдырмаусы кешеләргә рәхмәтлебеҙ: туғандарыбыҙ, изге күңелле ҡалалаштар, клубта шөғөлләнгән балаларҙың ата-әсәләре, эшҡыуарҙар рухи яҡтан ғына түгел, матди, финанс яҡтан ярҙам күрһәтте. Кемдер төҙөлөш материалдары алып килде, 2 ат, ҡолон бүләк иттеләр, «Строймеханизация» йәмғиәте ат һайайын тергеҙеште. Барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!—ти Резеда Латыпова.
Бер урында тапанырға яратмаған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған Резеда Әсхәт ҡыҙы физик культура программаһы буйынса квалификация күтәреү буйынса курс үтә һәм Сибай балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә еңел атлетика буйынса тренер булып эшләй башлай. Артабан спорт мәктәбендә инструктор-методист булып китә һәм ГТО нормативтарын ҡабул итеү буйынса судья коллегияһын етәкләй.
Тырыш ҡатын-ҡыҙ мәргән уҡсы Хөрмәт Таһиров етәкләгән «Ирәндек уҡсылары» клубына йөрөп тағы бер һөнәр үҙләштерә—традицион уҡтан атырға өйрәнә.
-Уҡсылар ярышында ҡатнашһаң тарихи үткәндәргә ҡайтып әйләнгәндәй булаһың. Ярыш шарттары буйынса мәргәндәр башҡорт милли кейемендә йөрөй, ҡулдарҙағы уҡ-һаҙаҡ халҡыбыҙҙың яусыл, ҡыйыу булыуын иҫбатлай. Быларҙың барыһы ла милли ғорурлыҡ уята,--ти Резеда Әсхәт ҡыҙы.
Латыповтарҙың ғаилә башлығы Радик Мәүлитйән улы әлеге көндә вахта ысулы алыҫ Себер тарафтарында эшләй. Ялға ҡайтҡан ваҡытында ҡатынына ярҙамлаша.
-Атта йөрөү, фотосессиялар ойоштороу, башҡа төрлө хеҙмәттәребеҙ хайуандарҙы аҫрауға киткән сығымды ҡапларға ла етмәй. Ҡышҡылыҡҡа бесән, һалам, һоло, төрлө витаминлы аҙыҡтар, дарыуҙар, эйәр-йүгәндәр һатып алыуға аҡса күп кәрәк,--ти Радик Латыпов.-Күп кенә инвалид балаларҙың ата-әсәләре физик мөмкинлеге сикле балаларҙы һыбай йөрөтөп реабилитация уҙғарыуыбыҙҙы тергеҙеүҙе һорай. Эште башлағанда ошо йүнәлешкә өҫтөнлөк бирә инек. Сибай коррекцион мәктәбе уҡыусылары әле лә беҙгә йыш экскурсияға йөрөнө. Әле лә ошо тәңгәлдә эшләргә теләк бар, әммә уның өсөн төп эштән сығырға кәрәк. Ул ваҡытта ғаиләмдең финанс яғы зыян күрәсәк. Шуға әлегә был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.
Резеда һәм Радик Латыповтарҙың ғаиләһендә 3 бала буй еткерә. Иң өлкәндәре Илһам Ҡазан авиация институтында IT-технологиялар буйынса юғары белем ала. Икенсе улдары Рәил Сибай күп профилле профессиональ колледжда программисҡа уҡый. Бер бөртөк ҡыҙҙары—Миңзилә 12-се мәктәптә 8-се класс уҡыусыһы.
-Балалабыҙыҙ—тормошобоҙ йәме, мәғәнәһе генә түгел, ныҡлы ярҙамсыларыбыҙ ҙа. Ҡыҙыбыҙ, үҙебеҙгә оҡшап, бигерәк тә мал йәнле. Саҡ ҡына буш ваҡыты булһа «Шамал» ҡушаматлы атында һыбай йөрөргә ярата. Атын тәмлекәстәр—шәкәр һәм кишер менән һыйлай,--тип һөйләй аттары хаҡында хужабикә.-Аттарҙы аҫрау—үҙе ҙур эш. Көнөнә уларҙы 4 тапҡыр ашатабыҙ, аҫтарын таҙалайбыҙ. Тыңламаһар, әрләп тә ебәрәбеҙ, әммә шунда уҡ һөйөп, яратып ҡуябыҙ. Аттарҙың аҡыллы хайуандар булыуы иҫбат ителгән, улар кешегә мөмкин тиклем зыян килтермәҫкә тырыша.
Уҙған йыл Латыповтар өсөн уңышлы булды. 2023 йылдан эшмәкәрлеген автономлы булмаған «Ветерок» ат-спорт клубы булараҡ дауам итеүселәрҙең «Уҡтан атыу—маҡсатҡа ынтылыусылар спорты» проекты Владимир Потанин исемендәге мәрхәмәтлек фондының «Спорт барыһы өсөн дә» конкурсының 1 миллион 600 мең һумлыҡ грантын отҡан. Грант аҡсаһына ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 10-16 йәшлек балалар өсөн һыбай килеш уҡтан атыу секцияһы булдырылған. Клубта әлеге көндә 20 ат бар, шуларҙың 10-ауһы һыбай йөрөүгә өйрәтелгән. Балалар менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле бөтә инвентарь—амуниция, йүгән, эйәр, уҡ, һаҙаҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алынған. Шулай уҡ даими рәүештә күнекмәләр, оҫталыҡ кластары ойоштороп, ҡыҙҙар-малайҙарҙы уҡтан атырға, һыбай килеш сәпкә тейҙерергә, джигитовкаға, аттарҙы ҡарарға, башҡорт халҡының милли хәрби үҙенсәлектәрен өйрәтәләр. Проект балаларҙың һаулығын нығытыуҙы, милли йолаларҙы өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сара һуңында һыбай килеш уҡтан атыу буйынса турнир уҙғарыласаҡ.
-Проект 3 этапта тормошҡа ашырыла. Һәр этапта 2-шәр төркөм менән шөғөлләнәбеҙ. Йәмғеһе 60 баланы һыбай килеш уҡтан атырға өйрәтергә иҫәп тотабыҙ,--ти Резеда Әсхәт ҡыҙы.—1 декабрҙә проекттың икенсе этабын тормошҡа ашыра башланыҡ. Форсаттан файҙаланып, беҙҙең башланғысты хуплап, ярыштарға, башҡа сараларҙы ойоштороуға даими бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүсе Айһылыу Йәнтүрина («Карандаш» магазины), Юнир Бүләкәновҡа (КФХ, «Алтын башаҡ» магазины), Рөстәм Яратовҡа («Хәләл аҙыҡ-түлек» магазины), Гөлгенә һәм Рифат Раҡаевтар («Аҙаш» компанияһы), Леонид Петряков («Стройдвор» йәмғиәте), шулай уҡ спорт буйынса етәкселәр Николай Воробьев, Ришат Шәрәфетдинов, баш судья Нуриман Хәйруллин, секретарь Раушания Сабитова ҙур рәхмәттәремде еткерәм.
-Яңы йылға ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ?
-Аллаһ Тәғәләнән ил-йортҡа тыныслыҡ, тиҙерәк хәрби бәрәлештәр туҡтауын, барыбыҙға иман ныҡлығы, үҙебеҙ, аттарыбыҙ имен булыуын, кәсебебеҙҙең ыңғай барыуын һорайым! Һәр ауырлыҡ артынан еңеллек килеүен иҫтән сығармайыҡ. Һаулыҡ, көс һәм дарман бер кемде лә ташламаһын! Каникулда беҙҙең клубҡа килеп, ялдарығыҙҙы күңелле һәм файҙалы уҙғарығыҙ!
Гөлдәр Ҡадаева.