-26 °С
Болотло
Сараға ҡаланың билдәле эшҡыуарҙары ла, үҙ эшен яңы башлаусылар ҙа саҡырылды. Бизнесмендар тәжрибәләре менән уртаҡлашты, эш алымдарын өйрәтте, дәүләт ярҙамын юллау ысулдарын аңлатты.
Бындай саралар эшҡыуарҙарҙы берләштереп кенә ҡалмай, бизнесҡа яңы килеүселәрҙең аҙымдарын нығыта, эшләргә өйрәтә. Остаздарҙың һәр һүҙе яңылар өсөн һабаҡ, улар эшләгән хаталарҙы ҡабатламаһындар өсөн аңлатыу эштәре үҙе бер тормош мәктәбе булып тора.