Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, юл буйы сервисы – төбәкте үҫтереүҙең перспективалы һәм инвестициялар йәлеп итеүсе йүнәлештәренең береһе. Башҡортостанда 2024 йылға тиклем юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы ғәмәлдә. Уның төп йүнәлештәре – тармаҡ инвесторҙарына ярҙам итеү, “ер банкы” – потенциаль төҙөлөш майҙансыҡтары портфелен булдырыу.
Йылайыр районың Юлдыбай ауылы Магнитогорск – Ира автомобиль юлының тап уртаһында урынлашҡан. Көнөнә был трассанан йөҙҙәрсә автомобиль, меңдәрсә кеше үтә. Юлдағылар һәр саҡ тамаҡ ялғап алырға кафеларға туҡтай, ял итә һәм юлын дауам итә.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы егете Заһир Булатов кәләш алмаҫ элек Юлдыбай ауылында машина йүнәтеү оҫтаханаһы аса. Юлсылар улар янына туҡтап, машиналарын ремонтлағанса, ни эшләргә белмәй йөрөүен күргәс, киләсәктә кафе төҙөү теләге менән яна. Кәләш алғас, аҡрынлап хыялын тормошҡа ашыра башлай. Тап үҙенең оҫтаханаһы янынан ер бүлеме ала һәм үҙ көсө менән бина төҙөп ултырта. Ҡатыны Гөлфиә исеменә “Хәләл” тип аталған кафе 2019 йылда үҙ ишектәрен аса.
Аш-һыуҙы һайлап алыу кәштәһендә беренсе һәм икенсе аш-һыу – төрлө аш, гуляш, котлет, хәләл иттән бешерелгән ризыҡтарҙы һайлап алырға мөмкин. Шулай уҡ йылы һәм тәмле ҡамыр ризыҡтары – өсмөйөш, кәбеҫтә һәм картуф ҡушылған бөйөрөк–бәлештәр бар. Төрлө эсемлектәр ҙә, шул иҫәптән, ҡымыҙ ҙа урынлаштырылған. Ҡымыҙҙы Баймаҡ районы Алғаҙы ауылынан алып киләләр.
Хаҡтар ҙа “тешләшмәй, арзан хаҡҡа тәмле һәм туҡлыҡлы ашарға мөмкин.
—Май һәм октябрь айҙарында беҙҙең кафела кешеләр өҙөлмәй, көнөнә 100–гә яҡын кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Кемдер үҙе менән алып китә, икенселәренә һут йәки ҡымыҙ кәрәк, өсөнсөләре рәхәтләнеп ҡапҡылап сыға. Мәшәҡәтле осор булһа ла, табышлы,–тип йылмая кафе хужабикәһе Гөлфиә Булатова.
Бөтәһе алты кешегә эш урыны булдырылған. Кәрәк ваҡытта ваҡытлыса эшселәр йәлеп ителә. Коллективта тәжрибәле ашнаҡсылар эшләй, иң мөһиме–продукция сифатына ҙур иғтибар бирелә. Бөтә аш–һыу һәм бешереү шунда уҡ, цехта башҡарыла. Беҙ барғанда Нурия Сәйетҡолова менән Нәйлә Атанбаева итле бөйөрөктәр әҙерләһә, Миләүшә Әминева клиенттарға сәй әҙерләп өлгөртә алмай.
Уңған һәм тырыш Гөлфиә менән Заһир Булатовтар ғаиләһендә өс бала үҫә. Айназ менән Наҙгөл бәләкәс Әминәне ҡарашырға ярҙам итә.
Киләсәктә кафены ҙурайтыу теләге менән яна эшҡыуар ҡатын һәм бының өсөн республика Башлығы Радий Хәбировтың юл сервисын үҫтереүгә тәҡдим иткән программаларҙа ҡатнашырға һәм юлсылар өсөн Ира–Магнитогорск автомобиль юлындағы иң шәп һәм сифатлы, хәләл һәм туҡлыҡлы аш–һыу, ризыҡтар тәҡдим иткән кафе булырға хыяллана. Иң мөһиме–еләк бар, ә ҡалғанын ваҡыт күрһәтер
Кәримә Усманова
Һүрәттәрҙә – “Хәләл” кафеһы хужабикәһе Гөлфиә Булатова
Ашнаҡсылар Нурия Сәйетҡолова менән Нәйлә Атанбаева итле бөйөрөктәр әҙерләй
Миләүшә Әминеваның яһаған сәйе һәр саҡ тәмле