Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
16 Август , 11:35

Темәс бәшмәге өлгөрҙө

Марковтар яңы шөғөлгә тотонған Быйыл ямғырлы йыл булғас, кемдер бәшмәк йыйырға урман-ҡырҙарға сыҡһа, ә бына Темәс ауылында йәшәгән йүнселдәр Фирүзә менән Владислав Марковтар үҙҙәрендә тупырлатып шампиньондар үҫтерә. Баймаҡ районында тәүгеләрҙән булып аҡ көләпә бәшмәген үҫтереүселәр менән беҙ ҙә яҡындан танышырға булдыҡ. Мотлаҡ бәшмәк үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән 78 кв. метрлыҡ бинала электр уты һәм һыу үткәрелгән. Һауаның дымлылығы һәм йылылыҡ режимы ла контролдә тотола. Бәшмәктәрҙең өлгөрөүе өсөн бында тейешле шарттар булдырылған.

Темәс бәшмәге өлгөрҙө
Темәс бәшмәге өлгөрҙө

Марковтарҙың шампиньондар үҫтереү теләге уйламағанда килеп сыға. Былтыр Яңы йыл байрамдар алдынан ғаилә саҡырылған ҡунаҡтарға өҫтәл әҙәерләү өсөн магазиндар буйлап аҡ көләпә эҙләп мәж килә. Байрам алдынан булғанғамы, әллә һатыуҙа аҙ килтерелгәнме, хужабикәгә кәрәкле бәшмәк табылмай. Яңы йыл байрамдары көнөндә улар шампиньон үҫтереү, уны нисек тәрбиәләү буйынса интернетта төрлө яҙмаларҙы өйрәнә, үҙҙәре ултыртып ҡарау теләге менән янып китә. Ғаилә башлығы бер тоҡ бәшмәк алып, уны үҫтереп ҡарай. Килеп сығырға оҡшағас, яйлап, эш араһында бина төҙөп ултырта. Буш саҡтарында был эштең үҙенсәлеген ентекле өйрәнә, махус китаптар уҡый, шампиньон үҫтереүселәр менән аралаша, уларҙың тәжрибәләре менән таныша.

Өс бала тәрбиәләгән ғаиләгә ҡапыл ғына бәшмәк үҫтереү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу ҙа еңелдән булмай. Владислав Марков социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһына яҙыла һәм үҙенең бизнес–планын тәҡдим итә. Районда беренселәрҙән бәшмәк үҫтерергә теләк белдереүселәрҙең проекты уңышлы тип табыла һәм 350 мең һум дәүләт ярҙамы алыуға ирешә.

–Иң тәүҙә бәшмәк үҫтереү өсөн тейешле бинаны төҙөнөк, бер йыл тигәндә ирем уны тамамланы. Артабан адреслы социаль ярҙам программаһына яҙылдыҡ, уны уңышлы үттек һәм дәүләт ярҙамын алыуға ирештек. Был аҡсаға кәрәкле ҡорамалдар һатып алдыҡ, бина электр уты менән йылытыла. Һауаның дымлылығы һәм температура режимы һәр саҡ контролдә тотола, микроклиматта етешһеҙлектәр була ҡалһа, автоматик рәүештә киҫәтелә. Әлегә бер генә бәшмәк үҫтереү камераһы бар, киләсәктә уңышты йыл әйләнәһенә алыу өсөн кәмендә өс камера талап ителә, –ти Фирүзә Маркова. –Ике шампиньонды тәжрибә үткәреү өсөн ҡалдырҙыҡ, ул күпмегә тиклем ҙурайыуын күҙәтәбеҙ. Компосты алып килгәс, иптәшем уны йомшартты, һыу ҡойҙо, әле өс көнлөк, артабан да күҙәтәсәкбеҙ.

Йүнселдәр үҫтереүселәр әйтеүенсә, иң күңелле мәл ап–аҡ ҡына үҫкән бәшмәктәрҙе һаҡ ҡына ҡырҡып, йәшниктәргә тултырыу. Уңыш йыйғанда улар менән бик һаҡ эш итергә кәрәк. Шулай уҡ дымлылыҡтың кимәлен боҙорға ярамай, сөнки бындай төр бәшмәктәр бик нәзәкәтле, үҙенә айырым иғтибарҙы талап итә. Йыйыуҙың да үҙ ҡағиҙәләре бар: махсус бирсәткәләр ярҙамында иң ҙурҙарын өрөлдөрөп алырға ла үткер бысаҡ ярҙамында аҫҡы өлөшөн ҡырҡырға. Бик һаҡ ҡына махсус кәрзиндәргә теҙеп барыу талап ителә. Күҙҙең яуын алыр эре һәм аҡ шампиньондар артабан  һатыуға оҙатыла, әлегә улар  баҙарҙарҙа һатылһа, киләсәктә Марковтар үҙҙәре үҫтергән уңышты төрлө һатыу нөктәләренә һәм туҡланыу урындарына оҙатырға хыяллана. Бының өсөн уларға сертификат алырға кәрәк.

Бәшмәкте файҙаһы һәм туҡлыҡлығы өсөн иткә тиңләйҙәр, күптәр уны диетик аҙыҡ булараҡ ҡулланыла. Ул кеше организмына кәрәкле витаминдар һәм файҙалы матдәләргә бай. Тимәк, Темәстә үҫкән аҡ көләпәләргә һорау ҙур буласаҡ әле.

Кәримә Усманова

Баймаҡ районы

Һүрәттә–Темәс эшҡыуарҙары Фирүзә менән Владислав Марковтар үҙҙәре үҫтергән шампиньондары менән

Темәс бәшмәге өлгөрҙө
Темәс бәшмәге өлгөрҙө
Автор:
Читайте нас: