Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
30 Май , 13:45

Эшҡыуарҙар ГТО тапшырҙы

Сибай ҡалаһы эшҡыуарҙары Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормаларын тапшырыу фестивалендә ҡатнашты. Үҙенсәлекле сара эшҡыуарҙар көнө уңайынан ойошторолдо.

Эшҡыуарҙар ГТО тапшырҙы
Эшҡыуарҙар ГТО тапшырҙы

Сибай эшҡыуарҙары ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша. Был юлы улар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙар инициативаларына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы, спорт фестивалендә үҙ көстәрен һынап ҡараны.
Фестивалдә ҡатнашыусылар спорт ярыштарында үҙ мөмкинлектәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, дуҫлыҡ ептәрен нығытты. Эшҡыуарҙар хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормативтарын тапшырып, отжимание яһаны, ятҡан килеш кәүҙәләрен күтәрҙе, 60 һәм мең  метрға йүгереп ярышты.

Эшҡыуарҙар көнөнә арналған фестивалдән һәр кем күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы алып таралышты. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, спорт һөйөү тәрбиәләгән сара эштән бушамаған кешеләргә күңелле ял минуттары ла бүләк итте.

 

Эшҡыуарҙар ГТО тапшырҙы
Эшҡыуарҙар ГТО тапшырҙы
Эшҡыуарҙар ГТО тапшырҙы
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: