АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
11 Ноябрь 2022, 08:20

Балапанда һөт етештереү цехы асыла

Йылайыр районына эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Ул беренсе Балапан ауылы янында төҙөлгән “Әптиков К.А” крәҫтиән-фермер хужалығына барҙы. Фермер республика бюджетынан бүленгән аҡсаға ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн махсус бина төҙөгән. Бында көнөнә 2 тоннаға яҡын һөт эшкәртеп, һөттө ҡаптарға ҡойоп, сыр, май яһап һатыуға сығарырға уйлайҙар. Был үҙ нәүбәтендә өҫтәмә эш урындары булдырасаҡ, республика, район ҡаҙнаһына һалым да буласаҡ. Хужалыҡты булдырыуға Матрайҙан туғандар--Бүләк Әптиков һәм Ирек Мәҡсүтов бергәләп тотонған. -Күптәр аҡсаһы булһа, диңгеҙ буйынан йәки ҡаланан күсмәй торғай милек һатып алырға тырыша. Ауылын үҫтереүгә йүнәлтелгән эштәргә тыуған ерен яратҡан, уның үҫешенә битараф булмаған кешеләр генә үҙ аҡсаһын йәлләмәй. Ергә ереккән ир-егеттәрҙең әлеге көндә 500 баштан ашыу эре малы, 1800 гектар һөрөнтө ере бар, 30-лап ауылдашын эш менән тәьмин иткәндәр,--тине депутат, фермерҙар эшмәкәрлеге менән танышҡас, уларҙы артабан да тырышып эшләүгә дәртләндереп.  

Балапанда һөт етештереү цехы асыла
Балапанда һөт етештереү цехы асыла

 

Артабан Зариф Зәкир улы Матрай ауылы янында көҙгөләй ялтырып ятҡан Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына юлланды. Унда һыу буйына йыйылған халыҡ менән бергәләшеп һыуһаҡлағыста быға тиклем булмаған 2200 сазан, ике төр карп һәм аҡ амур балыҡтары ебәргәндәр. Һыуһаҡлағысҡа бөтә Урал аръяғынан балыҡсылар балыҡҡа йөрөй. Йыл һайын бында балыҡ тотоу буйынса төрлө кимәлдәге ярыштар үткәрелә. Балыҡтар үрсегәнсе уларҙы браконьерҙарҙан һаҡлау бурысы ла ҡуйылды. Шуны ла әйтергә кәрәк, төбәк өсөн ят балыҡтарҙы һатып алыу өсөн аҡсаны балыҡсылар, һыу аҫтында балыҡ тотоуҙы үҙ иткәндәр йыйған.

Сәфәре һуңында депутат Зариф Байғусҡаров хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне. Ул “Әптиков К.А.” крәҫтиән-фермер хужалығы идарасыһы Бүләк Әптиковҡа исемле сәғәт тапшырҙы. Шулай уҡ, “Патриот” кооперативы рәйесе Венер Тусалин менән крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ғәзиз Иҫәндәүләтовты Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Гөлдәр Иҙрисова.

Балапанда һөт етештереү цехы асыла
Балапанда һөт етештереү цехы асыла
Балапанда һөт етештереү цехы асыла
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: