-4 °С
Болотло
Улдары Мират менән Нуриман балалар баксаһына йөрөй. Мөрит һәм Миләүшә ауылда күркәм итеп ике ҡатлы йорт төҙөп ята. Мөрит Мәжит улы ауылдың йәмәғәт тормошонда бик әүҙем ҡатнаша, староста вазифаһын да башҡара. Урында үткәрелгән һәр сарала бағыусы булыуҙары менән дә алдыралар.
Бөтмөр йәш ғаиләгә һәр яҡлап уңыштар теләйбеҙ! Ауылдарына ҡот-йәм биреп, тыуған ерҙәрендә артабан да шулай гөрләтеп донъя көтһөндәр!
Муллаҡай ауылы китапханаһы төркөмөнән.