АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
16 Ғинуар 2021, 18:15

Өҫтәл түрендә--буҙа

Сибай ҡалаһы эшҡыуары Гөлназ Азатова өсөн уҙған йыл һәр яҡлап уңышлы булған.Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Йыл эшҡыуары-2020” конкурсында ул «Ҡатын-ҡыҙ—йыл директоры» номинацияһы еңеүсеһе тип табылһа, етештергән буҙаһы “Йылдың яҡшы ризығы” тип танылған.

Сибай ҡалаһы эшҡыуары Гөлназ Азатова өсөн уҙыған йыл һәр яҡлап уңышлы булған.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Йыл эшҡыуары-2020” конкурсында ул «Ҡатын-ҡыҙ—йыл директоры» номинацияһы еңеүсеһе тип табылһа, етештергән буҙаһы “Йылдың яҡшы ризығы” тип танылған.
--Буҙа--халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Уның менән ҡунаҡ һыйлау хөрмәт күрһәтеү билдәһе булған. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты, ауыл, ҡалаларҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы--быға асыҡ дәлил,--ти эшҡыуар.
Был шөғөл Азатовтарҙың ғаилә бизнесы. Ире Дим Азат улы һәр яҡлап терәк булһа, ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе лә уларға ҙур ярҙам күрһәтә.
Әлеге ваҡытта улар «Урал аръяғының эшлекле донъяһы» бизнес-үҙәгендә аҙнаһына бер нисә тапҡыр 700 литрға яҡын эсемлекте шешәләргә ҡойоп, Сибай, Баймаҡ, Өфө ҡалаларының сауҙа нөктәләренә илтә.
Уҙған йыл Азатовтар “Бай” ауыл хужалығы кооперативы менән берлектә эшләп, улар етештергән милли ризыҡтарҙы—ҡорот, ҡомалаҡ әсеткеһе, талҡанды буҙа менән ҡуша һатыуға сығара башлаған.
Гөлназ Азатова эшен бик яратып башҡара. Уларҙың ризығы хәҙер күптәрҙең өҫтәл түрен биләй. Милли ризыҡты ҡалабыҙ халҡына ғына түгел, унан ситкә лә танытыуы менән ғорурлана эшҡыуар. Киләсәктә ул махсус үҙ заказы менән эшләнгән буҙа ҡойоу ҡоролмаһы һатып алырға, башҡа төрлө ризыҡтар етештеп ҡарарға ла ниәтләнә.
#нацпроекты#миллипроекттар