АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
28 Апрель 2020, 10:30

Төп талап--төҙөкләндереү

Район хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, шәхси эшҡыуарҙар инициативаларына ярҙам” милли проекты сиктәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” аҙна һайын ойошторола. Унда үҙ шөғөлдәрен башлап тороусылар, шулай уҡ күптән эшҡыуарлыҡ алып барыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ үҙҙәренең бинес-проекттарын әҙерләп, дәүләттән финанс, мөлкәт, консультация һәм башҡа төрлө ярҙам һорау мөмкинлеге лә бар.

Төп талап--төҙөкләндереү
Йылайыр районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә район үҙәгендә сауҙа нөктәләре тотоусы шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты. Төп тема булараҡ, сауҙа үҙәктәре биләмәләрен төҙөкләндереү ҡаралды. Зауыҡлы биләмәләр йылында парковка, билдәләр һалыу һәм һыу юлдарын ыңғайлатыу, бәләкәй архитектуралар формаларын урынлаштырыу, магазиндарҙың тышҡы йөҙөн биҙәү, урам һәм күсмә ваҡ сауҙа мәсьәләләре көнүҙәк булып тора.
--Тормошҡа ашыраһы эштәр аныҡ билдәле. Район үҙәге—райондың йөҙө,шуға күрә төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүлергә саҡырам,--тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов, урынбаҫарҙарына, архитектура бүлеге начальнигына был тәңгәлдә әүҙемлек күрәһәтергә өндәп.
Район хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, шәхси эшҡыуарҙар инициативаларына ярҙам” милли проекты сиктәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” аҙна һайын ойошторола. Унда үҙ шөғөлдәрен башлап тороусылар, шулай уҡ күптән эшҡыуарлыҡ алып барыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ үҙҙәренең бинес-проекттарын әҙерләп, дәүләттән финанс, мөлкәт, консультация һәм башҡа төрлө ярҙам һорау мөмкинлеге лә бар.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының инвестицион порталының https://investrb.ru/ru/investment/support/business/ һылтанмаһы аша үтеп теркәлергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8(34752)21305. Йылайыр районының инвестициялар уполномоченныйы Михаил Александрович Люляев һәр кемдең үтенесен тыңларға әҙер.
#нацпроекты#миллипроекттар