АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
30 Ғинуар 2020, 17:50

ЭШҠЫУАРҘАР ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШТЫ

Ҡатнашыусылар Әбделкәрим, Йомаш, Ишбирҙе, Ярат, 1-се Этҡол, Крепостной Йылайыр, Буранбай, Юлыҡ, Алғаҙы, Ишмырҙа, Йылым ауылдарынан, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан килгән ине...Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

28 ғинуар көнө Баймаҡ районы Йылым ауылында район эшҡыуарҙарының стратегик сессияһы юғары кимәлдә үтте. Сараның тәүге өлөшөндә "Арман" ял базаһына экскурсия ойошторолдо. Йәмле Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡан был майҙансыҡ менән уның хужаһы эшҡыуар Руслан Абдуллин таныштырҙы. Ял итергә теләүселәргә бында ял итеү өсөн тейешле шарттар булдырылған. "Арман"ды Баймаҡ районында ғына түгел, күрше өлкәләрҙә, Өфө, Мәскәү ҡалаларында яҡшы беләләр.
Был ҙур күләмдәге сараға район ахакимиәте башлығының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Хисмәтуллин Динар Рәфҡәт улы, "Баймаҡ" мәғлүмәт һәм консультация үҙәге директоры Дәүербәков Руслан Ваха улы, ауыл биләмәһе башлыҡтары, тотороҡло эшләп килеүсе һәм яңы эш башлаған йәш эшҡыуарҙар, "Агростартап" программаһына инергә теләк белдереп, үҙ эшен асырға маҡсат ҡуйған төрлө ауыл кешеләре килде.
Ҡатнашыусылар Әбделкәрим, Йомаш, Ишбирҙе, Ярат, 1-се Этҡол, Крепостной Йылайыр, Буранбай, Юлыҡ, Алғаҙы, Ишмырҙа, Йылым ауылдарынан, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан килгән ине. Ғөмүмән, был сарала 57 кеше ҡатнашты.
Йылым ауылында ҡунаҡтарҙы "Талир тәңкә" ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле дәртле таҡмаҡтар һәм буҙа, сәк-сәк менән ҡаршы алды.
Икенсе сессия "Түңәрәк өҫтәл" артында эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә арналды. Ишбирҙе ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Иҫәндәүләтова Гөлшат Рәмзә ҡыҙының, Йылым ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Р.Д.Абдуллин район хакимиәте вәкилдәре Д.Р.Хисмәтуллин, Р.В.Дәүербәков сығыштары бик йөкмәткеле һәм файҙалы булды.
Ҡатнашыусыларға бизнес планын төҙөү, үҙ эшеңде асыу буйынса төрлө дәүләт программаларына инеү шарттары, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса дәүләт гранттары бик ентекле аңлатылды, һорауҙарға яуаптар бирелде.
"Йәш эшҡыуар" практикум-майҙансығында 2019 йылда "Агростартап" программаһына инеп, яңы үҙ эшен башлаған Бөрйән-Йылға ауылынан Үлйәбаев Сәлимйән Хәкимйән улының сығышы үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн практик кәңәштәре менән бик фәһемле булды. Шулай уҡ Крепостной Йылайыр ауылынан ипотерапия йүнәлеше буйынса аттар клубы асҡан Деев Степан Владимировичтың эш тәжрибәһе лә ҡыҙыҡлы булды. Тема буйынса фекер алышыу бик йәнле барҙы.
Сараның дүртенсе сессияһында уҡыусыларға һүҙ бирелде. Буранбай мәктәбенән Ҡотоева Вилиә, Ярат мәктәбенән Мырҙабулатова Рәйсә этно һәм экологик туризмды үҫтереү, халҡыбыҙҙың кәсептәрен заманға яраҡлаштырып, яңы кимәлгә күтәреп үҫтереү буйынса фәнни-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте.
Стратегик сессия үҙ маҡсаттарына өлгәште. Бөтә ҡатнашыусылар уның юғары кимәлдә ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Был эшлекле һөйләшеү ҡатнашыусыларҙың юғары рух менән Баймаҡ районы гимнын башҡарыуы менән тамамланды.