АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
30 Апрель 2019, 12:59

ҮҘ ЕРЕНЕҢ УЛЫ

Сибайҙан 26 йәшлек Роман Зайдуллин—аяғында ныҡлы баҫып торған, бизнесын яйға һалған эшҡыуар ғына түгел, ҡала тормошонда ҡайнап йәшәгән, уның йөҙөн, көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән ир-егеттәрҙең береһе.Урындағы Йәштәр парламентының иң әүҙем ағзаһы, урамдарға эко-контейнерҙар ҡуйыу, ағас ултыртыу эштәрен маҡсат итеп алған «Планетаны бергәләп һаҡлайыҡ» проекты ойоштороусыһы ла ул.

Сибайҙан 26 йәшлек Роман Зайдуллин—аяғында ныҡлы баҫып торған, бизнесын яйға һалған эшҡыуар ғына түгел, ҡала тормошонда ҡайнап йәшәгән, уның йөҙөн, көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән ир-егеттәрҙең береһе.
Урындағы Йәштәр парламентының иң әүҙем ағзаһы, урамдарға эко-контейнерҙар ҡуйыу, ағас ултыртыу эштәрен маҡсат итеп алған «Планетаны бергәләп һаҡлайыҡ» проекты ойоштороусыһы ла ул.
Йүнсел етәкселек иткән «Корпорация-Р» йәмғиәте 2014 йылда төҙөлә. Уның тарафынан халыҡҡа йорттарҙы комплекслы йыйыштырыу, үлән сабыу, кейем-һалым, балаҫ, йомшаҡ мебелдәрҙе таҙартыу һәм башҡа хеҙмәттәре күрһәтелә.
—Билдәле, сибайҙар араһында беҙҙең хеҙмәттән файҙаланғандар юҡ кимәлдә,—ти эшҡыуар.—Беҙҙә бит һәр кем үҙе йыйыштырырға, йыйырға, таҙаларға күнеккән. Шуға күрә эшебеҙҙе республика кимәлендә йәйелдергәнбеҙ, шулай уҡ Силәбе, Свердловск өлкәләре һәм Ҡырым менән бәйләнеш булдырылған.
Ә бына эшҡыуарҙың химик таҙартыу хеҙмәтенән ҡала халҡы теләп файҙалана.
Әйткәндәй, Сибайҙа үткән «Инвестиция сәғәте»нең береһендә йүнселдең ҡала мунсаһын тергеҙеп яңыртыу проекты ҡаралды.
Роман Зайдуллин ошондағы «Ирәндек» лицейында, 5-се мәктәптең кадеттар класында белем алған. Хәрби бурысын үтәгәндән һуң, Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған. Ҡатыны Татьяна менән 3 һәм 1 йәшлек ике ул үҫтерә. Бала сағынан тренер Батыр Йәндәүләтов етәкселек иткән «Ҡара аждаһа» спорт клубында шөғөлләнгән.
—Улдарым саҡ ҡына үҫһә, ошондай ир-егеттәр мәктәбенә уларҙы мотлаҡ бирәсәкмен. Сөнки был мәктәп малайҙарҙың би-лен генә нығытып ҡалмай, тормош мәктәбе нигеҙҙәрен дә өйрәтә,—ти Роман Зайдуллин.
Гөлдәр Ҡадаева.