Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
21 Декабрь 2018, 18:19

Шәп фотостудия бар Сибайҙа

Бынан теүәл бер йыл элек Сибайҙа тәүге тапҡыр профессиональ фотостудия үҙ ишектәрен асҡайны. Йәш, талантлы һәм дәртле ике һылыу Алһыу Руссо менән Светлана Чурилова башлаған эш хәйерле сәғәткә тап килгәндер. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «Стиль» креатив фотостудияһы ҡала халҡының күңелен яулап алды.

Бынан теүәл бер йыл элек Сибайҙа тәүге тапҡыр профессиональ фотостудия үҙ ишектәрен асҡайны. Йәш, талантлы һәм дәртле ике һылыу Алһыу Руссо менән Светлана Чурилова башлаған эш хәйерле сәғәткә тап килгәндер. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «Стиль» креатив фотостудияһы ҡала халҡының күңелен яулап алды.
Ҡаланың Зәки Вәлиди урамы, 28/1 адресы (ЗАГС бинаһының уң ҡанатында) буйынса урынлашҡан фотостудияға инеү менән үҙеңде бер мөғжизә иленә барып эләккәндәй тоя башлайһың. Эйе, эйе, был бер ҙә арттырып әйтеү түгел. Иркен зал бер нисә фотозонаға бүленгән. Алһыу әйтеүенсә, улар һәр байрамға йәки иҫтәлекле датаға ентекле әҙерләнә. Мәҫәлән, әле студия Яңы йыл тематикаһына яраҡлаштырып биҙәлгән. Матур уйынсыҡтар менән балҡыған шыршы, төҫлө гирляндалар, йыл символы һәм башҡа төрлө реквизиттар һәр кемгә байрам кәйефе өләшә. Бында ғаилә, коллектив һәм яңғыҙ фотоға төшөргә телә-гәндәр өсөн йәнле фотосессиялар ойошторола. «Стиль» креатив фотостудияһы тиҫтәләгән профессиональ фотографтар менән хеҙмәттәшлек итә. Бында Өфө һәм Магнитогорск ҡалаларынан килеп эшләүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, сибайҙар күптән түгел генә Магнитогорск ҡалаһынан Сибайға күсеп килгән йәш, ижади эшләүсе профессиональ фотограф Алла Арапованы (Шилова) үҙ итеп өлгөргән. Үҙ эшенең белгесе булған Алла туй һәм юбилейҙарҙы ла оҫта һүрәтләй. «Стиль» креатив фотостудияһындағы махсус фон, ҡеүәтле яҡтыртыу приборҙары, заманса фотоҡорамалдар ярҙамында төшөрөлгән фотолар иҫ китмәле матур килеп сыға. Шуға күрә, үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың бәхетле, тулҡынландырғыс мәлдәрен матур бер иҫтәлек итеп һынландырырға уйлаһағыҙ, кисекмәҫтән фотостудияға мөрәжәғәт итегеҙ. Бында һеҙҙе көтөп ҡалалар.
—Ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға шуны еткергем килә: photostudio.style адресы буйынса инстаграмда беҙҙең фотостудия тураһында мәғлүмәт бар. Фейсбук, «Бәйләнештә» селтәрҙәре аша ла мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. 89279572707 телефоны буйынса ла заявкалар ҡабул итәбеҙ. Фотосессиялар алдан яҙылыу буйынса үткәрелә. Шылтыратығыҙ, интернет селтәрҙәре аша бәйләнешкә инегеҙ, яңы- лыҡтарыбыҙҙы күҙәтеп барығыҙ. Беҙ даими рәүештә конкурстар, отош уйындары ойоштороп торабыҙ. Шулай уҡ бүләккә сертификаттар һатыла. Беҙ һеҙҙең идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итергә әҙербеҙ. Фотоға төрлө кейемдә, төрлө реквизиттар ҡулланып төшөргә була. Үҙебеҙҙә балалар һәм ололар өсөн күлдәк-костюмдар прокаты булдырғанбыҙ. Бөтә ғаилә, төркөм, класс, коллектив менән фото төшөргә килегеҙ. Һеҙҙе һәр саҡ көтөп ҡалабыҙ,—ти Алһыу Руссо.
Декабрь, ғинуар айҙарында профессиональ фотографтар Яңы йыл тематикаһына таянып эшләһәләр, 1 февралдән бында Fашиҡтар көнөнә арналған фотосессиялар башланасаҡ. Килегеҙ, был матурлыҡты үҙегеҙҙең күҙҙәрегеҙ менән күрегеҙ. Бер сәғәткә генә булһа ла мөғжизәле фотодонъяға сумығыҙ!
Альбина Таһирова.