Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
8 Октябрь 2018, 12:19

Эйәрле ат күңелдәрҙә...

Иҫке Сибай ауылында «Амазонка» ат-туристик клубы әүҙем эшләп килә. Клубты ойоштороусы Наталья һәм Олеся Деевалар аталары Степандың ярҙамы менән атта һыбай йөрөргә теләгән һәр кемгә бында махсус дәрестәр бирергә әҙер. Улар Каролина, Пегас, Арабелла, Малышка, Султан, Эва һәм Кристалл ҡушаматлы дөлдөлдәр менән таныштыра, малҡайҙар менән уртаҡ тел табырға өйрәтә.

Иҫке Сибай ауылында «Амазонка» ат-туристик клубы әүҙем эшләп килә. Клубты ойоштороусы Наталья һәм Олеся Деевалар аталары Степандың ярҙамы менән атта һыбай йөрөргә теләгән һәр кемгә бында махсус дәрестәр бирергә әҙер. Улар Каролина, Пегас, Арабелла, Малышка, Султан, Эва һәм Кристалл ҡушаматлы дөлдөлдәр менән таныштыра, малҡайҙар менән уртаҡ тел табырға өйрәтә.
Сибай ҡалаһының эргә-тирәһендәге матур урындарға сәйәхәт ҡылам тиһәң аттан да уңай транспорт тапмаҫһың. Ҡарауан булып теҙелеп әллә ҡайҙарға сығып китергә була. Тау-болондар буйлап һыбай йөрөү күңел тыныслығы бирә. Ат—кешенең тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы. Шуға ла ата-бабаларыбыҙ борондан өйөр-өйөр йылҡы малы үрсеткән. Ул—сыҙамлы мал, алыҫ араны үтеүгә лә лә, ауыр йөк ташыуға ла бирешмәй. Бейә һөтөнән етештерелгән шифалы ҡымыҙға еткән эсемлек юҡ. Шуныһы һөйөнөслө: республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ауылда йәшәүселәр ҙә күпләп ат тота, ҡымыҙ эшләй.
Йылҡы малы менән дуҫлашыу ололарға ла, балаларға ла оҡшай. Был йорт хайуандарының матур, көслө һәм аҡыллы булыуын беләбеҙ. Улар кешеләрҙе дауалау сифатына эйә. Ипотерапия һәр йәштәгеләргә лә яҡшы тәьҫир итә. Һыбай йөрөгән кешенең физик торошо, ҡан йөрөшө яҡшыра, мускулдар көсөргәнеше, ҡан баҫымы яйға һалына, вистибуляр аппараты үҫешә, һын-ҡиәфәте матурая. Ә иң мөһиме ат кешенең психик торошона ыңғай тәьҫир итә.
Fаилә менән тәбиғәт ҡосағында фай-ҙалы ял итергә теләүселәр «Амазонка» клубына мөрәжәғәт итә. Fорур ҡиәфәтле, төрлө төҫтәге матур аттарҙы күреү ме- нән балаларығыҙҙың күңеле күтәрелә. Малҡайҙарҙы етәкләп йөрөргә, һыйпар- ға, наҙларға була. Эйәргә атланып, һыбай юртырға, арбаға ултырып тирә-яҡтың матурлығына һоҡланып сәйәхәт ҡылырға мөмкин. Ҡышҡыһын егеүле санала елдереү онотолмаҫ минуттар бүләк итә.
«Амазонка» ат-туристик клубының эшләүенә 4 йыл тулған. Әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уны күптәр яратып, үҙ итеп өлгөргән. Деевтарҙың аттары ҡалала уҙғарылған барлыҡ сараларҙы биҙәй, семәрле тырантастарҙа бәләкәстәрҙе йөрөтә. Клубтың уңыш-ҡаҙаныштары ла бар. Йәштәр инициативаһы форумында Наталья Дееваның бизнес-проекты иң яҡшыһы тип табыла һәм Гран-приға лайыҡ була. Ҡасандыр үҫмер Натальяның аттарға булған һөйөүенән башланған шөғөл бөгөн Деевтарҙың ғаилә бизнесына әүрелгән.
Халыҡҡа үҙенсәлекле туристик хеҙмәт күрһәтеүсе «Амазонка»ға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Альбина Таһирова.