Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
4 Июль 2018, 17:36

Юл ситендә—«Алтын ҡулса»

Сит тарафтарға сәфәр ҡылған һәр кем юл ситендәге кафеларға һәм туҡланыу урындарына мөрәжәғәт иткәне барҙыр, моғайын. Бер аҙға туҡталып ял итеп, тамаҡ ялғап алһаң юлдың ауырлығы ла беленмәй, кәйеф тә күтәрелеп китә. Тап ошондай уңайлы кафеларҙың береһе Магнитогорск-Ира трассаһында, Йылайыр ауылынан сыҡҡан түңдә урынлашҡан. «Алтын ҡулса» сервис комплексын урындағы халыҡ та, юлаусылар ҙа күптән инде яратып өлгөргән. Ике ҡатлы заманса бина әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Бында юлаусылар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Беренсе ҡатта иркен кафе, ә икенсе ҡатта ҡунаҡхана урынлашҡан. Йоҡларға ҡалыусылар өсөн ике һәм дүрт кешелек бүлмәләр бар.

Зауыҡлы итеп биҙәлгән иркен кафе тәүлек әйләнәһенә эшләй. Буфетта төрлө һуттар, туңдырма һатылһа, ашханала төрлө милләттең аш-һыуҙарын бешерәләр. Оҫта ҡуллы ашнаҡсылар юлаусыларға бай меню тәҡдим итә. Бынан тыш, 60 урынға иҫәпләнгән кафела заказ буйынса туйҙар, юбилей кисәләре һәм башҡа саралар үткәрелә. Йылайырҙар ҙа, юлаусылар ҙа яғымлы бармен һәм официанттарҙың хеҙмәтләндереүенән ҡәнәғәт. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләгәндәр өсөн тышта уңайлы беседкалар ҡаралған.
«Алтын ҡулса» сервис комплексы менән тәжрибәле эшҡыуарҙар—Балтабаевтар идара итә. Fаилә башлығы Тәлғәт Хәмит улы—директор, ҡатыны Ольга Владимировна идарасы. Балтабаевтар бынан дүрт йыл элек үҙҙәренең ғаилә бизнесын асып ебәреүҙәренә бер ҙә үкенмәй. Киреһенсә, юлаусыларҙың мәнфәғәтен ҡай-ғыртыу маҡсатында эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеп ебәргәндәр. Ошонда уҡ автозапчастар магазины һәм автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү урыны булдырылған.
2017 йылда «Алтын ҡулса» сервис комплексы Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тарафынан «Иң яҡшы юл ситендәге сервис комплексы» тип танылған. Был Балтабаевтарҙың талымһыҙ хеҙмәтенә иң оло баһа.
Берҙәм ғаиләлә бәрәкәт бар, тигәндәй Тәлғәт һәм Ольга Балтабаевтар уртаҡ уй-маҡсаттар менән янып йәшәгәнгә эштәре лә уңышлы бара. Уңған, эшһөйәр яҡташтарыбыҙға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Башҡалар уларҙан өлгө алһын ине.
Һүрәттә: бармен Ольга Ипполитова һәм официант Любовь Синева.
Читайте нас: