Видео
30 Март 2022, 05:13

Иң сибәре – Аксинья!

Сибай ҡалаһында “Мисс Сибай” гүзәллек бәйгеһе йыл һайын ойошторола. Быйылғы конкурста һылыуҡай исеменә 10 сибәркәй дәғүә итте. Улар сығыштарында йырлап-бейеп кенә ҡалманы, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларҙы сағылдырҙы, милли аш-һыу әҙерләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтеп ярышты.
Видео:Сибай телевидениеһы / https://www.youtube.com/watch?v=vzU6vJGj_IQ

Сибай ҡалаһында “Мисс Сибай” гүзәллек бәйгеһе йыл һайын ойошторола. Быйылғы конкурста һылыуҡай исеменә 10 сибәркәй дәғүә итте. Улар сығыштарында йырлап-бейеп кенә ҡалманы, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларҙы сағылдырҙы, милли аш-һыу әҙерләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтеп ярышты.

Конкурстың положениеһына ярашлы ҡыҙҙар башҡорт һәм рус халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белергә, тәбиғи матурлыҡҡа, сәхнә оҫталығына эйә булырға тейеш. Һайлап алыу турында 18 ҡыҙ көс һынашһа, финалға шуларҙың унауһы ғына үткән. Сараға әҙерлек барышында сибәркәйҙәр көн дә бейеү, дефеле, макияж яһау буйынса оҫталыҡ кластарында шөғөлләнгән, тауыш ҡуйған. Балалар ижады үҙәгенә сәхнәһендә улар иһә тулы әҙерлекле сыҡты.

 

Ярышта һәр кем үҙе менән таныштырҙы, ҡыҙыҡһыныуҙары, яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләп кенә ҡалманы, йырланы, бейене, музыкаль инструменттарҙа уйнаны. Ярыш турҙары араһында сәхнә түрен ҡаланың төрлө ижади коллективтары биләп, тамашасыларға ял минуттары бүләк итте. Конкурсант ҡыҙҙарҙың күмәкләп башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыуҙары бик үҙенсәлекле килеп сыҡты.

 

 “Тиҫтер” клубтар берекмәһе менән мәҙәниәт идаралығы берлектә уҙғарған сара еңеүсеһенә таж Өфөлә махсус заказ менән бер экземплярҙа ғына эшләтелгән. Уны кейергә теләүсе ҡыҙҙар аш-һыу оҫталығын күрһәтеп жюри алдына тәм-том теҙҙе. Интеллектуаль ярышта сибәркәйҙәр ҡыҙыҡлы һәм киҫкен һорауҙарға яуап бирҙе. Һөҙөмтәлә иң-иң булып Аксинья Максимова танылды. Уға мәҙәниәт идаралығы етәкселеге махсус сертификат бүләк итте. Башҡа сибәркәйҙәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.

 

Сибай сибәркәйҙәре һеҙгә оҡшаймы?
эйе
юҡ
Ответить
Автор:гульдар кадаева