Видео
30 Март 2022, 05:08

Өфө ҡыҙы еңде

“Урал аръяғы тауышы” шоу-проектының яңы миҙгеле тамамланды. Ай ярым дауам иткән проекттың бөтә турҙарын уңышлы үтеп, төп шарт смс-тауыш йыйыуҙа алдынғылыҡ яулап, остазы биргән 25 мәрәйҙе өҫтәп Таисия Тимербаева 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Рәсәй Президенты фондының мәҙәни инициативалар конкурсында грантҡа өлгәшкән шоу-пректтың яңы миҙгелендә республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 80-гә яҡын ҡатнашыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Остаздар – Светлана Үтәева, Таһир Әсәҙуллин, Зилиә Бәхтиева, Екатерина Ямщиковаға улар араһынан иң-иңдәрҙе финалға һайлап алыу еңелдән булманы. “Һуҡыр тыңлауҙар”, вокаль батл, ярымфинал баштан көсөргәнешле булды. Шулай итеп бәйгенең төп шартын теүәл үтәп Өфө ҡыҙы Таисия Тимербаева еңеүгә өлгәште.

19 йәшлек Таисия вокал менән бәләкәй саҡтан шөғөлләнә. Сочила үткән халыҡ-ара конкурста гран-при яулаған. Дизайнерға уҡып йөрөһә лә йырҙан бер ваҡытта ла айырылмай. Уның остазы Таһир Әсәҙуллин шоу-проектта беренсе тапҡыр эшләй һәм киләсәктә даими остаз булырға теләй. Бәйгеселәр араһында көслө тауышлылар күп булыуға һоҡлана. Командаһы менән сикһеҙ ғорурлана һәм уларға бүләктәр ҙә йәлләмәгән. Финалға сығыусылар менән бергәләп йыр ҙа әҙерләгәндәр.

Яңы миҙгелдең тағы бер яңы остазы Екатерина Ямщикованың, инде күптән үҙ кешегә әйләнгән Светлана Үтәеваның командалары ла тамашасыларға сағыу сығыштар тәҡдим итте. Екатеринаның вокалистары квартет менән йырлап, проектҡа һәм музыкаға һөйөүҙәрен белдерҙе.

 

Яҡташ йырсы Зилиә Бәхтиева ла проектта остаз булараҡ тәүгә ҡатнаша. Ул “Урал аръяғы тауышы” гимнына һүҙҙәрҙе лә, музыканы ла үҙе ижад иткән. Сарала беренсе тапҡыр ҡатнашһа ла уны барыһы ла оҡшатты һәм смс-тауыш биреүҙә “Миҙгелдең һөйөү яулаған остазы” исеменә лайыҡ булды.

 

ә һеҙгә "Урал аръяғы тауышы" шоу-проекты оҡшаймы?
эйе
юҡ
Ответить
Автор:гульдар кадаева