

Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында туҡыу буйынса II төбәк-ара форум үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан балаҫ һуғыусылар ҡатнашты.
Мәртәбәле форумды Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Рәсәй күңеле" премияһы лауреаты Асия Ғәйнуллина ойошторҙо. Сәсәниә белдереүенсә, һәр төбәк үҙенең туҡыу сәнғәте һәм балаҫ һуғыусылары менән дан тотҡан. Бөгөн республикала был сәнғәт төрө бер яҡлы ғына үҫеш ала, сөнки һәр райондың балаҫ һуғыусылары, туҡыусылары үҙ йүнәлешендә эшләй.
Икенсе форумдың төп маҡсаты - республиканың иң оҫта туҡыусыларын бер майҙанға йыйып, уларҙың эштәре менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәре биреү, алыу, йәш быуынға өйрәтеү һәм Башҡортостанда туҡыу (балаҫ һуғыу) мәктәбе булдырып, уны ил кимәлендә юғары сәнғәт өлгөһө итеп танытыу . Асия Солтан ҡыҙы ҡатнашыусыларға бишек йырҙарының, бала бәүелткәндә көйләгәндең, эпостарҙың, әкиәттәрҙең балаларҙы тәрбиәләүҙәге роле тураһында ла бәйән итте.
Сарала оҫтабикәләр балаҫ һуғыу станоктарының төрҙәре менән танышты, еп һуҙыу тәртибенә төшөндө. Шулай уҡ төрлө станоктарҙа балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Туҡыу, балаҫ һуғыу маһирҙары ҡыҙыҡһыныусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Сарала ҡатнашҡан иң етеҙ, тилбер ҡуллы оҫталар төрлө номинацияларҙа билдәләнде, уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Шулай уҡ һуғыу станоктарын эшләгән оҫталар ҙа билдәләнде. Балаҫ һуғыусыларҙың икенсе асыҡ форумы оҫталарҙың һәм өйрәнсектәрҙең күңеленә дәрт өҫтәне, рух күтәренкелеге бирҙе.
**