АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Видео
4 Марта 2022, 05:04

Уҡытыусылар майҙан тота

Уҙған йылдың йәйендә Сибай ҡалаһында «Brain-puzzle «Керәҙ» беренсе республика педагогик марафонының төбәк этабы ойошторолғайны. Унда 12 муниципалитет уҡытыусылары осрашып, көстәрен һынашты. Сарала беҙҙең ҡала командаһы еңеп сыҡҡанға күрә улар ошо көндәрҙә педагогик марафондың финалында ҡатнашты.

«Brain-puzzle «Керәҙ» педагогик тәжрибәне яҡшыртыу йүнәлтелгән биш коммуникацион-белем биреү майҙансығы. Ул шулай уҡ инновацион, һөнәри үҫеште арттыра, республикала уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы хәрәкәтен популярлаштыра. Педагогик форумда ҡатнашыусы Сибай командаһы составында ҡаланың 1-се мәктәбенең математика һәм информатика уҡытыусыһы Алексей Александрович Кириков та бар.

 --Беҙҙе Өфөнөң педагогия университеты майҙансығына йыйып алдылар. Республиканың биш төбәгенән килгән командалар ижади һәләттәребеҙҙе һәм методик яҡтын әҙерлегебеҙҙе күрһәттек. Ярыш ике этапта үтте, беренсеһе “Республикам һиңә бүләк итәм” визиткаһы ине. Унда беҙ Сибай республикаға нимә бүләк итә алыуын күрһәттек: олимпиада еңеүселәре, имтихандарҙа 100 балл йыйыусылар, йәғни Сибайҙың данын күтәреүселәрҙе сағылдырҙыҡ. Икенсе этапта берҙәм ижади эш тәҡдим ителде, беребеҙ башлап ебәргән башланғысты икенсе уҡытыусы эләктереп алып дауам итеп ярыштыҡ, -- ти 1-се мәктәп уҡытыусыһы Алексей Кириков.

 Конкурстан һуң бөтә командалар ҙа “Һөнәри төркөмдәр үҫеше буйынса системалы эш” стратегик сессияһына индерелгән. Алексей Кириков «Brain-puzzle «Керәҙ» беренсе республика педагогик марафоны юғары кимәлдә ойошторолоуын, уҡытыусылар өсөн сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур булыуын билдәләне.

Конкурсҡа йомғаҡ «Торатау» конгресс- холлында 22 мартта уҙғарыласаҡ “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2022” республика конкурсын ябыу тантанаһында яһала.

Сибай уҡытыусылары конкурста еңерме?
эйе
юҡ
Ответить
Автор:гульдар кадаева