Полиция хеҙмәткәрҙәре бындай сараларҙа хоҡуҡ һағында ғына тормай, ваҡыттары сикле булыуға ҡарамаҫтан, тулы тормош менән йәшәүҙәрен иҫбатлай. Был юлы ҡалабыҙ именлеген һаҡлаусылар ярышҡа төрлө йүнәлештәге 5 сығыш әҙерләгән: вокал, дуэт һәм айырым йыр, хор, бейеүгә ҡушылып хеҙмәткәрҙәрҙең балалары каратэ тәңгәлендә үҙҙәренең спорт- ижади һәләттәрен күрһәтә.
Төбәктә эпидемиологик хәл тотороҡло булмағанлыҡтан конкурсҡа эштәр электрон рәүештә ҡабул ителә. Йәғни сығыштар видеояҙмаға төшөрөп ебәрелә. Жюри һәр сығышты айырым баһалап номинацияларҙа билдәләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сәнғәттең бөтә төрҙәрен үҙ эсенә алған республика фестивале 3 этапта үтә. Сараның беренсе этабы эске эштәр органдарының бөтә бүлектәрендә 18 ғинурарҙан 26 февралгә ҡәҙәр уҙғарылды. 2-се этап республиканың эске эштәр министрлығының мәҙәни үҙәгендә 1 марттан алып 19 мартҡа тиклем ойошторола. Фестивалдең 3-сө этабы –Өфөлә Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан май айында йомғаҡлау концерты менән тамамлана.