АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Видео
4 Марта 2022, 05:02

18 мартта асыласаҡ

Республикала дүртенсе булып төҙөлгән Сибай клиника-диагностика үҙәге төҙөлөшө тамамланыуға бара. Әлеге ваҡытта бында эш тәүлек әйләнәһенә тынмай.

Төҙөлөштә эш бер секундҡа ла туҡтамай: инфекцион госпиталдең бинаһы көндән-көн матурлана. Эшселәр алһыҙ-ялһыҙ тир түккәнгә лә эштәре ырамлы. Әле ваҡытта бында бөтә корпустарҙың да металл конструкциялары йыйылып бөткән. Бина тулыһынса теҙелгән, ҡыйыҡ ябылған. Йылы контурҙы монтажлау тамамланған, йәғни тәҙрәләр, ишектәр ҡуйылған, бина эсен бүлгән стеналар күтәрелегән. Шулай уҡ яҡтылыҡ үткән.

Хәҙерге ваҡытта тышҡы яҡтан яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыла, һыу үткәргес торбалар һуҙыла. Бина эсен матурлау дауам итә, йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы һуҙыла, елләтеү өсөн вентиляцтя монтажлана. Объектта 540 кеше эшләй, төҙөлөшкә бөтәһе 26 берәмек техника йәлеп ителгән

Автор:гульдар кадаева