

Уҡытыусылар көнө уңайынан ул шулай уҡ республика мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
32 йәшлек Эдуард Бикташев--махсус хәрби операция ветераны, шулай уҡ Шайморатовсылар класы булған 6-се «А»-ларҙың класс етәксеһе.
Ул 2024 йылдан «Сибай» Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында эшләй. Бында ул балаларҙы хәрби оҫталыҡҡа: сафта торорға, автомат йыйырға, тәртип һаҡларға өйрәтеп ҡалмай, Урал аръяғы ауылдарынан йыйылған балаларҙы үҙ-ара дуҫ булырға, имтихандарҙан, тормош һынауҙарынан ҡурҡмаҫҡа өндәй. Ауыл балаларының сыҙамлы, физик яҡтан ныҡ булыуы, уҡытыусылары өйрәткәнде тиҙ үҙләштереүҙәре төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеп сығырға ярҙам итә.
Эдуард Ирек улы 2 элек махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан. Ҡазан федераль университетында инженер-конкструктор һөнәрен үҙләштергән егет илдә барған хәлдәргә битараф ҡала алмай һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Башта ирекле батальонда хеҙмәт итә, икенсе тапҡыр 21-се махсус тәғәйенләнештәге айырым бригадала яу юлы үтә. Украина менән сиктәш райондарҙа хәрб заданиелар үтәй. Унан разведротаға күскәс, Луганскиҙа Сватовск йүнәлешендә эшләй. Контракты ваҡыты үтеп, ялға ҡайтҡан ваҡытта яуҙа алған тәжрибәңде уҡытыусыларға өйрәт тип, гимназия-интернаты директоры уны үҙҙәренә эшкә саҡыра. Икенсе юғары белеме буйынса уҡытыусы булған егет ризалаша һәм дәртләнеп эшкә тотона. Ваҡытында үҙе белем алған 7-се мәктәп уҡытыусылары өйрәткән һабаҡты хәҙер ул үҙе уҡыусыларына еткерә. Педагогик эшен оҡшатып, күңелен биреп башҡара, шуға ла һөҙөмтәләре лә көттөрмәй.
Гөлдәр Ҡадаева.
фото Эдуард Бикташевтың шәхси архивынан