+12 °С
Ясно


"Сибай" 3-сө республика күп профиллле полилингваль гимназия-интернатының уҡыусылары информатика буйынса берҙәм дәүләт имтиханынан уңыштарға өлгәште.
Иң ҡатмарлы предметтарҙың береһе булған информатиканан БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНЫ һөҙөмтәләре билдәле булды. РӘМИЛӘ ИШМӘТОВА (11 "А " класы) МАКСИМАЛЬ 100 БАЛЛ йыйҙы! 💯 🔷 ШУЛАЙ УҠ Нуриман КӨМӨШҠОЛОВТЫ (11 «А» класс) 83 балл йыйыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!🔥
✅ Был сығарылыш уҡыусыларының юғары әҙерлек кимәлен раҫлаусы ҡеүәтле дәлил. 🙏 Информатика уҡытыусыһы АРСЕН РӘМИЛ УЛЫ КИНЙӘБАЕВтың өлөшө ҙур! 👍 👏 Гимназистарҙы һәм уҡытыусыларҙы лайыҡлы һөҙөмтәләр менән ҡотлайбыҙ!