

Эмирҙың ҡарт ҡартатаһы, Зәки Һаҙый улы Нәбиуллин--Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Уның хәрби юлы 1942 йылда Тымыҡ океан флотының Ольга бухтаһында башлана. Ул 1945 йылдағы Совет-япон һуғышында ҡатнаша. Яугирҙең ҡыйыулығын ғаилә ағзалары бер ваҡытта ла онотмай. Айырыуса 9 Май—Еңеү байрамында һәм Хәтер көнөндә уның хаҡында хитәрәләрҙе яңырталар һәм фронтовикты тик яҡшы яҡтан ҡәҙерләп иҫкә алалар.
Эмирҙың ҡартатаһы Салауат Зәки улы Нәбиуллин атаһының юлын дауам иткән. Педколледжды тамамлағандан һуң, ул Тымыҡ океан флотына хеҙмәткә юллана һәм Находка ҡалаһында атом һыу аҫты кәмәләре дивизияһында өс йыл хеҙмәт итә. Тап уның диңгеҙ тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләүҙәре Эмирҙа диңгеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.
Малай биш йәшенән үк конструктор деталдәренән караптар йыя башлай, артабан ҡартатаһы менән ағастан һәм пластилиндан караптар эшләй. 11 йәшендә ул үҙенең беренсе етди моделен — легендар «Титаник»ты йыя.
Уның коллекцияһында Рәсәй тарихында мөһим урын биләгән «Князь Потемкин» броненосецы, «Аврора» крейсеры, «Бородино» броненосецы, легендар «Варяг» караптары бар. Иң күләмле һәм ҡатмарлы эштәренең береһе--япон линкоры «Ямато». Эмирҙың коллекцияһында барлығы 13 караптың моделдәре тупланған.
Уҡыусының ҡыҙыҡһыныуҙары флот менән генә сикләнмәй. Уның коллекцияһында шулай уҡ А-50 совет самолеты, «Тополь» ракета комплексы һәм Төньяҡ полюсҡа беренсе булып йөҙөп барған «Арктика» атом боҙватҡысы кеүек легендар хәрби техникалар ҙа бар.
Эмир моделдәр йыйылмаһын маркетплейстарҙан заказ менән һатып ала. Өҫтөнлөктө үҙебеҙҙең илдә етештерелгән ҡоролмаларға бирә. Бер модель өҫтөндә бер нисә аҙна дауамында тир түгә һәм һөҙөмтәгә ирешә.
Эмир хәрби, диңгеҙ техникаһы моделдәрен йыйған ваҡытта уларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһына башлай. Тап ошо ҡыҙыҡһыныуҙары уға тарих буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаһының төбәк этабы призеры булыуына илтә лә инде.
Күптән түгел лицеист үҙенең мауыҡтырғыс коллекцияһын—караптарҙың бәләкәйсәтелгән теүәл күсермәләрен Сибай тарих-тыуған өйрәнеү музейына бүләк иткән. Ул бүләгенең башҡа малайҙарҙа ла тарихҡа ҡарата, моделләштереү шөғөлөнә ҡыҙыҡһыныу уятырына ныҡлы ышана. Музейға барып һәр кем Эмирҙың эспонаттары менән таныша ала.
Эмирҙы тәрбиәләгәүгә ҡартатаһы менән бер рәттән өләсәһе, табип-педиатр, психиатр-нарколог Гөлшат Рамаҙан ҡыҙы Нәбиуллина ла күп тырышлыҡ һала. Ҡыҙғанысҡа күрә ҡәҙерлеһе 2022 йылда вафат булған. Еңел булмаған эше араһында ул ейәндәре--Эмирға һәм уның ҡустыһы Эмилгә бик күп ваҡытын бүлә. Хәҙер Эмилгә 12 йәш, ул 5-се класты тамамлаған. Ул да тарих менән ҡыҙыҡһына, пневматик пистолеттан атыу, йөҙөү менән шөғөлләнә һәм пластилиндан кешеләр яһап, үҙенең сценарийы буйынса телефонға анимацион йәнһүрәттәр төшөрөү менән мауыға.
Эмирҙың икенсе ҡартәсәһе Зәйтүнә Морат ҡыҙы Ҡорманова иһә ейәндәрен мәктәптән тәмле аштар бешереп ҡаршы ала, төрлө эштәрендә ярҙам итеп, кәңәштәр бирә, дәрестәр һәм түңәрәктәр теҙмәһен контролдә тота.
Эмир Ҡорманов—күп яҡлы шәхес булып үҫеп килә. Уның мауығыуҙары конструкторлау менән генә сикләнмәй. Ул китап уҡырға ярата, бигерәк тә диңгеҙ алышы тураһындағы тарихи әҙәбиәт күңеленә ята.
Егет хәрби-тарихи прозанан рус-япон һуғышына арналған «Цусима» һәм «Расплата» романдарын яратып уҡый. Рус классикаһынан М. Лермонтов, А. Чехов, М. Булгаков һәм А. Платонов әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡый.
Башҡорт әҙәбиәте лә үҫмерҙең тормошонда айырым урын биләй. Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә һөйөүҙе унда башҡорт теле уҡытыусылары Айгөл Ишмөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәткужина һәм Юлиә Рәмил ҡыҙы Дауытова уятыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Эмир айырыуса Мәжит Ғафури, Ноғман Мусин, Шәйехзада Бабичтың яҙғандарын уҡырға ярата. Ноғман Мусиндың «Мәңгелек урман» һәм «Алдар батыр» тарихи повестарын күңеленә үтеп ингән.
- Алдар батыр-1704-1711 йылдарҙағы ихтилал башлығы, Баймаҡ районында тыуған. Ул мине ҡыйыулығы һәм аҡылы менән хайран итте. Батша грамотаһы һәм алтын инкрустациялы исемле ҡылыс менән бүләкләнгән герой башҡорттар араһында ғына түгел, ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа халыҡтар араһында ла хөрмәткә лайыҡ,--тип ғорурлыҡ менән һөйләй егет Алдар батыр тураһында.-Башҡорт халҡының мәшһүр эпосы «Урал-батыр» ҙа йөрәгемдә айырым урын биләй. Был эпос башҡорт халҡының асылын сағылдыра, күп быуындар өсөн көнүҙәк булған тормош аҡылын үҙ эсенә ала.
Мәжит Ғафуриҙың повестары егетте ябай халыҡтың ауыр тормошон тәнҡитле реализм менән һүрәтләүе йәлеп итә.
- Китаптар арҡаһында халҡым, геройҙарҙың тормошо һәм батырлыҡтары тураһында күп нәмә белдем. Мин үҙ тамырҙарым, ата-бабаларым менән ғорурланам һәм артабан да тыуған яғымдың, халҡымдың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнәсәкмен.
Егет буш ваҡытында музейҙарға һәм күргәҙмәләргә йөрөргә ярата.
Иптәштәре менән бергәләп ижади проекттарҙы тормошҡа ашыралар: улар үҙ сценарийҙары буйынса ҡыҙыҡлы видеороликтар төшөрәләр, Ирәндек тауының матур урындарына сәхрәгә сығалар.
Эмир яҡшы тәрбиә биреүсе ата-әсәһенә, өләсәй, олатайы, ҡартәсәһе, ҡартатаһына, туғандарына рәхмәтле. Төплө белеме өсөн иһә 9-сы лицейҙың элекке директоры Рушан Нурмөхәмәт улы Дияровҡа, класс етәксеһе Елена Сергеевна Якшигуловаға, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Татьяна Ивановна Негодяеваға, Зилә Фатых ҡыҙы Нагаеваға, йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Алена Владимировна Ветроваға, тарих уҡытыусыһы Лилиә Викторовна Кошелеваға гуманитар фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятҡандары өсөн рәхмәт белдерә.
Эмирҙың киләсәктә 9-сы лицейҙы уңышлы тамамлап, һайлаған һөнәре буйынса уҡырға инеүен, һәр ваҡыт шулай ҡыҙыҡһыныусан, маҡсатҡа ынтылышлы булып ҡалыуын теләйбеҙ.
Гөлдәр Ҡадаева.
фотолар Эмир Ҡормановтың шәхси архивынан