АТАЙСАЛ
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
5 Июня , 09:10

Афарин, Вилдан!

Баймаҡ районының Түбә ауылынан Яманғолов Вилдан Азат улы был мауыҡтырғыс көрәштә Башҡортостан намыҫын яҡланы. Көсөргәнешле көрәштә ул үҙенең юғары оҫталығын, тәжрибәһен һәм көсөн тағы бер тапҡыр иҫбатлап, икенсе урынды яуланы.

Афарин, Вилдан!Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!

Дағстандан Түбә егете награда менән ҡайтты.

 28-30 майҙа Дағстан Республикаһының Нуғай районында Ауҙарыш милли көрәш буйынса ҙур Бөтә Рәсәй турниры үтте. Турнир Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды һәм 2026 йылда Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына ил йыйылма командаһын формалаштырыу өсөн һайлап алыу этабы булараҡ уҙғарылды.

Ипподромында Татарстандың, Башҡортостандың, Ҡарасәй-Черкес, Яҡут Республикаларының, Ставрополь крайының һәм Дағстандың иң яҡшы вәкилдәре осрашты.

Баймаҡ районының Түбә ауылынан Яманғолов Вилдан Азат улы был мауыҡтырғыс көрәштә Башҡортостан намыҫын яҡланы. Көсөргәнешле көрәштә ул үҙенең юғары оҫталығын, тәжрибәһен һәм көсөн тағы бер тапҡыр иҫбатлап, икенсе урынды яуланы.

Еңеүселәр иҫәбенән Рәсәй йыйылмаһы ойоштороласаҡ, ул бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында илебеҙ исеменән сығыш яһаясаҡ. Яҡташыбыҙҙы иҫ киткес һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ! Вилданға яңы сағыу еңеүҙәр, уңыштар һәм уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас