+16 °С
Дождь


Балаларҙың белемен компетентлы жюри—иҡтисад, техник һәм педагогия фәндәре кандидаттары, тәбиғи белем һәм стандартлаштырыу институты директорҙары, ғәмәли математика һәм информатика кафедраһы доценты баһаланы. «Умники и умницы» уйыны форматында ойошторолған турнирҙа математика фәнен үҙ иткән уҡыусылар ярышты, ҡатмарлы математик мәсьәләләрҙе хәл итте, һорауҙарға яуап бирҙе. Көслө тиҫтерҙәре араһында Салауат үҙе иң яҡшыһы итеп күрһәткән.