-4 °С
Болотло
Сибай ҡалаһында урынлашҡан «Ғаилә» көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге хеҙмәткәрҙәре Зилә Фазулла ҡыҙы Ильясова менән Лилиә Фәрит ҡыҙы Йосопова ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды. Улар ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, ғаиләләргә, балаларға һәм оло йәштәгеләргә ярҙам итә, хәйриә акцияларынан ситтә ҡалмай. МХО яугирҙәренә ярҙам күрһәтеүҙә лә әүҙемлек күрһәтәләр.
Мәрхәмәтле, оло йөрәкле замандаштарыбыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!