Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Ғинуар , 16:30

Яугир өлгө күрһәтә

Яугир ГТО нормаларын алтын билдәгә тапшырған.

Яугир өлгө күрһәтә
Яугир өлгө күрһәтә

Бөгөн Йылайыр районы егете, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы «Staff» позывнойлы яугир "Звездный" физкультура-һауыҡтырыу комплексында ГТО нормаларын алтынға тапшырған.

Алтын билдә бөтә мотлаҡ күнегеүҙәр буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәткән һәм етерлек балл йыйған кешеләргә бирелә. Йәштәребеҙ өсөн лайыҡлы өлгө күрһәткән яугир. Ул көс, сыҙамлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш кеүек сифаттарҙың хәрби бурысын үтәгәндә лә, гражданлыҡ тормошонда ла һәр ваҡыт мөһим булыуын билдәләй.

Яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштары башҡаларҙы яңы бейеклектәргә ынтылырға һәм спортта ла, тормошта ла үҙҙәрен үҫтерергә рухландырһын. Ватан һаҡсыларының һәр береһе менән ғорурланабыҙ!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас