Ул 2015-2022 йылдарҙа Салауат районы Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы вазифаһында эшләй. Үҙ теләге менән ватан һағына баҫҡан яугир былтыр ноябрҙә Республика етәксеһе менән тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбировҡа видеоэлемтә аша мөрәжәғәт итте.Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙең батырлығын билдәләне һәм Сафиндар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләне. Рөстәм Сафиндың ҡатыны һәм өс балаһы бар. Илнара Сафина 2022 йылда ире махсус хәрби операцияға киткәндән һуң ауыл биләмәһе хакимиәтен етәкләй. 2024 йылда ул “Халҡыңа хеҙмәт” Бөтә Рәсәй муниципаль премияһына лайыҡ булды. Награданы Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы. Рөстәм Сафин Башҡортостан етәкселегенә хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә иғтибар һәм ярҙам күрһәткәндәре, тыуған ауылында йәшәүселәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.