Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Ноябрь 2025, 12:30

Еңеү парадында ҡатнашҡан

Хәйбулла районының Үрнәк ауылында тыуып үҫкән ҡыйыу яугир быйыл майҙа Мәскәү ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған һәм Тыуған илебеҙ өсөн батырҙарса һуғышҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә хөрмәт йөҙөнән ойошторолған хәрби парадта ҡатнашҡан. Ҡыҙыл майҙан буйлап үткән “Венер” позывнойлы яҡташыбыҙ менән ифрат ғорурланабыҙ!

Еңеү парадында ҡатнашҡан
Еңеү парадында ҡатнашҡан

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән “Венер” позывнойлы яугир хаҡында һүҙебеҙ. Үрнәк ауылында тыуып үҫкән ҡыйыу яугир быйыл майҙа Мәскәү ҡалаһында Бөйөк еңеүҙең 80-йыллығына арналған һәм Тыуған илебеҙ өсөн батырҙарса һуғышҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә хөрмәт йөҙөнән ойошторолған хәрби парадта ҡатнашҡан. Ҡыҙыл майҙан буйлап үткән “Венер” позывнойлы яҡташыбыҙ менән ифрат ғорурланабыҙ . Тәүге йылдарҙа пехотала штурмовик булып алғы һыҙыҡтың бар һынауҙарын үткән егетте артабан водитель –механик итеп тәғәйенләйҙәр. Әлеге мәлдә лә ул махсус хәрби операция биләмәһендә, БМД-4М десант машинаһын йөрөтә. Уның менән кеҫә телефоны аша һөйләшеү алып барған саҡта ишетелгән рациялар тауышы, һалдаттарҙың бер-береһе менән етди аралашыуҙары миңә әллә нисә километр алыҫтағы яу һулышын еткерҙе. Беренсе һөйләшеүебеҙҙән һуң һалдат оҙаҡ бәйләнешкә сыҡманы. Телефондан эш буйынса ебәрелгән смс –тар барып етәме юҡмы икәнен ҡарап торам. Көн дә тиерлек ҡош телендәй генә булһа ла сәләмдәрен көткән һалдаттарҙың яҡындарына, туғандарына түҙемлек теләнем. Ниһайәт, яугир йәнә бәйләнешкә сыҡты. Миңә смс килде: “Ике сәғәттән һөйләшә алам”. Шулай итеп “Венер” позывнойлы хәрби менән әңгәмәбеҙҙе дауам иттек. -Үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙ икән? -Үрнәк ауылында тыуып үҫтем. Армия сафынан йөрөп ҡайтҡас Норильск ҡалаһында эшләнем. Ғаиләм бар . Ҡатынымдың исеме –Айһылыу. Ҡыҙым 3 класта уҡый,улым балалар баҡсаһына йөрөй. Әсәйем Гөлсөм һәм атайым ғәзиз өс улын –мине һәм ҡустыларым Илмир менән Илнарҙы тәрбиәләп үҫтерҙеләр.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым 2022 йылда яҡты донъянан китте.Кесе ҡустым шахтала һәләк булды .Имандары юлдаш, йәндәре ожмах түрендә булһын. 2022 йылдың сентыбрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылдым һәм шунан алып махсус хәрби операцияла ҡатнашам. Тәүҙә позывнойым “Башҡорт” ине. Подразделениела Минән башҡа тағы ла шундай уҡ позывной бар икәнен әйткәстәр,үҙгәртергә тура килде. Хәҙер минең позывнойым “Венер”. Тәүҙә пехотала, штурмовик булдым. Аҙаҡ механик-водителгә уҡыттылар. Мәскәүҙә үткән Бөйөк еңеүҙең 80-йыллығына арналған Хәрби парадта ҡатнашырға полктарҙан берешәр кешене, шул иҫәптән мине лә алдылар. Шулай итеп Ҡыҙыл майҙанда уҙған ҙур парадта МХО яугирҙары сафында үтергә насип булды. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡтамын. БМД- 4 М –десанттарҙың хәрби машинаһын йөрөтәм. -Тыуған яҡтан килгән сәләмдәрҙе нисек ҡабул итәһегеҙ? -Тыуған яҡтан килгән ярҙамды тулҡынланып ҡабул итәбеҙ. –“ Иҫән-һаумын, әсәй!Барыһы етерлек”,- тип әйтһәм дә, ошо арала гуманитар ярҙам менән әсәйем миңә йылы әйберҙәр ебәргән. Ярҙамға ауылдаштарым ҡушылған. Тыуған яғымдан килеп еткән ярҙамды, күстәнәстәрҙе алдым.Был гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөн индергәндәргә рәхмәтлемен - күршем дә, туғаным да, ауылдашым да, белгәнем дә , белмәгәнем дә. Хатта балалар ҙа хат яҙып һалғандар. -Ғөмүмән, Һалдаттарға ярҙамға ниндәй әйберҙәр кәрәк? Иң тәү сиратта-ҡайнар сәләмдәр. Әйберҙәргә килгәндә иһә ,фронтта иң кәрәклеләре- генератор, рация, дрондарҙан ҡурсалаған япмалар һәм ҡормалар,маскировка селтәрҙәре, мейес, яҡтыртҡыс приборҙары. Улар бар. Әммә яуҙағы һалдат өсөн улар бер ҡасан да артыҡ түгел - халыҡтан килгән ҙур ярҙам ул. Подразделениела үҙ-ара аралашыу нисек ҡоролған? –Яныңдағы хәрби иптәштәр-ул һинең ғаиләң. Һәр кемеһенең үҙ тормошо,үҙ яҙмышы бар. Барыһы ла яҡшы булһын өсөн үҙ-ара татыу булыу кәрәк . Бында тәбиғәт, һауа торошо Хәйбулла яҡтарын ныҡ айырыла. Алға күскән һайын үҙебеҙгә ҡурсаулы урын эшләйбеҙ. Шуны эстән таҡталар менән ҡоршайбыҙ, әкренләп йәшәүгә шарттар булдырырға тырышабыҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, тиҙ генә эшләп ҡуябыҙ.Маскировкалар селтәрҙәре беҙгә ныҡ ярҙам итә. Һалдаттың рухи яҡтан да, физик яҡтан да ныҡ булыуы мөһим, хәрби иптәшлек кәрәк.. Унһыҙ булмай. -Ҡурҡыу тойғоһо килеп сыҡҡан саҡта ни эшләйһегеҙ? -Ҡурҡып тик ултырып булмай. Иң ҡыйыны –иптәшеңде юғалтыу. Һин яугир. Һинең хәрби бурысың бар.Ҡатмарлы хәлдәрҙе намыҫ менән сыға белер кәрәк. -Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һүҙ аҙағында.Тауышы һалҡын, тыныс һалдаттың . Әммә беҙ аңлайбыҙ-Тыуған ил һағында торған яугирҙарҙың иңендә күпме ҡаһарманлыҡ,батырлыҡ, күпме түҙемлек һаҡлана. Үҙен ныҡ, өлгөлө һалдат итеп күрһәткән “Венер” позывнойлы яҡташыбыҙға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫән-имен тыуған яғына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөү өсөн Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһы хәрби комиссариатына (Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40) йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63) мөрәжәғәт итергә була. Зимфира Ҡасҡынова

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас