Гөлфирә Салауат ҡыҙы сығышы менән Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан. Мәктәп тамамлап ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған йәш ҡыҙҙы яҙмыш елдәре Юлдыбай һөнәрселек училищеһына алып килә. Бухгалтерҙар курсында уҡып йөрөгәндә буласаҡ тормош иптәше, ошо ауыл егете Фәнил Сөләймән улын осратып, кейәүгә сыға. Бәхетле пар быйыл бергә тормош ҡороуҙарына 25 йыл – көмөш туйҙарын билдәләгәндәр. Мин күмәк балалы ғаиләлә тыуып үҫкәнмен. Атайым һәм әсәйем беҙҙең һәр беребеҙҙе яратып, матур тәрбиә биреп үҫтерҙе. Улар икеһе лә эштәренән бушап, беҙгә ваҡыт бүлергә тырыштылар. Минән айырмалы рәүештә иптәшем, киреһенсә, ғаиләлә бер бөртөк кенә бала. Шуға ла уның күп бала үҫтереү - бәләкәйҙән килгән хыялы. Улдарыбыҙҙы Аллаһы Тәғәләнең беҙгә биргән иң ҙур бүләге тип һанайым. Улар – төп байлығыбыҙ. Һәр береһенең уңышына ҡыуанып йәшәйбеҙ, – ти биш бала әсәһе. Иң өлкән улдары Сәлмәндең үҙ ғаиләһе бар, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Икенсе улдары Байрас уҡыуҙы тамалап ошо көндәрҙә хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Уртансылары Айгиз Сибай күп профилле колледжының 1 курс студенты, дүртенсе улдары Самат та ҡаланың 3-сө гимназияһында белем ала, 5 класс уҡыусыһы. Төпсөктәре Самир быйыл беренсе класҡа барған. Гөлфирә Салауат ҡыҙы балалары менән сикһеҙ ғорурлана. Барыһы ла уҡыуҙа һынатмайҙар, яҡшы билдәләргә өлгәшәләр, спорт менән дуҫтар, музыка яраталар. Айгиз музыка мәктәбенең ҡурай класын тамамлаған, Саматтары бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Мәктәптә үткәрелгән сараларҙан, конкурстарҙан ситтә ҡалмай, бар ерҙә лә әүҙемдәр. Төрлө олимпиадалар, конкурстар призерҙары. Малаайҙарҙың һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ хыялдары, үҙ шөғөлдәре. Сәлмән менән Байрас аталарына оҡшап техниканы үҙ итһә, Айгиз күберәк әсәһенең ярҙамсыһы, мәктәптә тик бишлегә генә өлгәшкән уртансы улдары Самат конструкторҙарҙан төрлө өлгөләр төҙөү менән мауыға, бәләкәй Самирҙың әле уйнап туймаҫ сағы. Ағайҙары кеүек уның да күңел һалып башҡарған эше, яратҡан шөғөлө булыр әле. Гөлфирә Салауат ҡыҙы мөмкин тиклем күберәк ваҡытын улдарының һәләттәрен үҫтереүгә бүлә. Атайҙары иһә үҙе менән бергә йөрөтөп ишек алдындағы эштәргә өйрәтә. Тормош иптәше Фәнилде лә ауылда йүнсел хужа, өлгөлө ғаилә башлығы булараҡ беләләр. Үҙ өлгөһөндә улдарын да аҡыллы, эшһөйәр итеп, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырып тәрбиәләргә тырыша хәстәрлекле атай. Кәртә тирәһендә мал-тыуар ҡараһындармы, бесән әҙерләп, утын ярһындармы - һәр эште бергәләшеп башҡарырға күнеккән был ғаилә. - Бала тәрбиәләү ауыр һәм яуаплы хеҙмәт тиһәләр ҙә, бер ҙә килешеп етмәйем. Тормош иптәшем ныҡлы терәгем, ышаныслы таянысым булғанға шулайҙыр, моғайын. Үҙенең һәр эше, һәр һүҙе менән улдарына өлгө булып тора. Беҙ балаларыбыҙға атай менән әсәй генә түгел, яҡын дуҫ та булырға тырышабыҙ, – ти татыу ғаилә усағының ҡотон һаҡлаусы бәхетле әсәй. Биш бала әсәһе йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Төрлө мәҙәни, спорт сараларында, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, ауыл, район кимәлендә ойошторолған концерттарҙы матур сығыштары менән биҙәй. Аҡыллы, тәртипле, тәүфиҡлы балалар үҫтергән Гөлфирә Салауат ҡыҙы 2021 йылдың август айында республиканың «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ була. Автор:Розалия Такалова