АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
17 Август 2025, 10:55

«Геройҙар ваҡыты» проектында ҡатнаша

Ауыр яралы көйө 14 көн командалыҡ итә

«Геройҙар ваҡыты» проектында ҡатнаша«Геройҙар ваҡыты» проектында ҡатнаша
«Геройҙар ваҡыты» проектында ҡатнаша

Учалы егете, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, подполковник Денис Камалетдинов – ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһының финалына үткән яҡташ яугирҙәрҙең береһе. Программала ҡатнашыуға бөтә төбәктәрҙән 20 мең кандидат ғариза ебәргән, әммә 85-е генә үткән, улар араһында яҡташыбыҙ ҙа бар. Денис Учалы ҡалаһының 12-се мәктәбендә белем алған (хәҙерге 1-се лицей). Коломна юғары артиллерия команда училищеһына уҡырға инә һәм унда һәр ваҡыт иң яҡшылар иҫәбендә була. Хеҙмәттә лә үҙен оҫта, ҡыйыу итеп күрһәтә, шуның менән командирҙарҙың хөрмәтен яулай. Ышаныслы, тәүәккәл, ысын профессионал итеп таныта ул үҙен. Шуға күрә махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән Денисты дошмандың тәрән тылына йүнәлтәләр. 2022 йылдың 16 мартында офицер ултырған «Айыу» ҡушаматлы “КамАЗ” танкыға ҡаршы минаға эләгеп шартлай. Төрлө ҙурлыҡтағы ярсыҡтар Денисты ла яралай, ҡалаҡ һөйәге һына, башы һәм эске ағзалары ауыр контузия ала. Үҙенә беренсе ярҙам күрһәтә, яугирҙәренә ярҙам итә һәм улар менән бергә, мина яланы аша үтеп, хәүефһеҙ урынға барып етә. 14 көн дауамында ауыр яралы офицер артиллерия дивизионы һәм 86 яугирҙән торған шәхси состав менән командалыҡ итә. Профессиональ ғәмәлдәр, дөрөҫ һәм оператив ҡарарҙар арҡаһында Денис Камалетдинов ҡуйылған бурысты үтәй. Уның командалығы аҫтында дивизион дошмандың ике танкын, ике танкка ҡаршы батареяһын, дүрт терәк пунктын, ут корректорҙарының өс позицияһын, 12 блокпосты һәм 50-нән ашыу дошманды юҡ итә. Был операция ваҡытында Денис бер яугирен дә юғалтмай! Улар тулы составта һәм бурысты лайыҡлы үтәп, үҙ часына ҡайта. 2022 йылдың авгусында Денис генерал Шайморатов исемендәге батальон составында йәнә алғы һыҙыҡта була. Яраланып, тағы ла алыштан сыға, әммә уның маҡсаты элекке кеүек ҡала – ауырлыҡтарға һәм яраланыуға ҡарамаҫтан, бөтә белемен һәм оҫталығын ҡулланып, дошманды еңергә. Хәрби оҫталығы һәм ҡаҙаныштары өсөн Денис ваҡытынан алда подполковник дәрәжәһенә лайыҡ була. Махсус хәрби операциянан һуң да Тыуған иленә файҙалы булыр өсөн ул “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһына ғариза бирә һәм һайлап алыуҙы уңышлы үтә. Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан. Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас