АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
13 Май 2025, 04:35

Баймаҡтың лайыҡлы улы

«Баймаҡ» позывнойлы яугир һәр яҡлап өлгөлө.

Баймаҡтың лайыҡлы улыБаймаҡтың лайыҡлы улы
Баймаҡтың лайыҡлы улы

Тыуған ил ауыр мәлдәр кисергән мәлдә ҡыйыу яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Уларҙың береһе - «Баймаҡ» позывнойлы яугир, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы.

Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән  ул Ватан һағында. Хәрби уңыштары, махсус заданиеларҙы үтәгәне һәм яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн ул дәүләт наградаларына лайыҡ була: Суворов  һәм Жуков миҙалы. Унан төрлө маҡтау билдәләре, I һәм II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Махсус операцияла ҡатнашыусы», «Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәне өсөн» һәм башҡа миҙалдары бар.

Был наградалар бушҡа бирелмәгән. Улар яҡташыбыҙҙың батырлығы, намыҫлы хеҙмәте, ҡыйыулығы хаҡында һөйләй.

«Баймаҡ»тың имен-һау йөрөүен, тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын һәм ғаиләһенә теүәллек, бәхет теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас