АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
15 Апрель 2025, 10:00

Яугир ҡатыны

Зөлфиә Исҡужина—«Аҡмулла» позывнойлы яугирҙең ҡатыны. Ул Йылайыр ауылында йәшәй. Ғаиләлә бөтәһе дүрт бала үҫә. Иң өлкән улдары эшләй, ҡыҙҙары Сәриә Өфө авиация университетының 4-се курсында уҡый. Кәрим менән Гөлназ—мәктәп уҡыусылары.  

Яугир ҡатыныЯугир ҡатыны
Яугир ҡатыны

 

—Ирем Хәйбулла районынан, район хакимиәтендә эшләп йөрөгән еренән үҙ теләге менән 2023 йылда махсус хәрби операция биләмәһенә китте. Ул эсмәй, тартмай, балаларын ныҡ ярата, ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора. Әммә уларҙың ғаиләһендә илһөйәрлек сифаттары, Ватанға ҡарата һөйөү шул тиклем ныҡ тәрбиәләнгән. Шуғалыр ҙа ирем МХО-ға китеүе хаҡында теләген белдергәс, мин ҡаршы тора алманым, сөнки ҡасандыр булһа ла уның тап шундай аҙым эшләүен күңелем менән һиҙә инем. Балалар ҙа атаһының ҡарарына ҡаршы килмәне, киреһенсә, ғорурландылар,—ти Зөлфиә Юлай ҡыҙы.
Был һүҙҙәрҙе әйтеүе әңгәмәсемә еңелдән түгел, әммә яугир ҡатыны булараҡ, һуғыштың ни тиклем аяуһыҙ икәнен белһә лә, төшөнкөлөккә бирелмәй. Телефонының һәр шылтырауына һиҫкәнеп алыуы, ара-тирә уфтанып ҡуйыуы ла Зөлфиә Исҡужинаның һәр көнө генә түгел, һәр минуты ла борсоулы икәнлеген аңларға була.
«Иптәшем менән аралашҡанда юҡ-бар проблемалар һөйләп, уны хафаландырмайбыҙ. Балаларға ла әйтеп ҡуйғанмын: беҙ тыныс тормошта һәр мәсьәләне хәл итә алабыҙ, атайығыҙҙы борсомағыҙ, тием. Былай ҙа яугир ғаиләләренә, балаларына республика етәкселеге, район хакимиәте тарафынан ярҙам ҙур. Мәктәптә уҡыусы балалар бушлай ашай, ҡайһы саҡта үҙемә уңайһыҙ булып китә. Шуға күрә ниндәйҙер ярҙам һорап ҡайҙалыр мөрәжәғәт итмәҫкә тырышабыҙ, утынын да һатып алабыҙ, ярырға кешеһен дә табабыҙ, үҙебеҙ өйөп тә ҡуябыҙ. Тик бер генә теләк: тиҙерәк һуғыш бөтһөн, атайҙарыбыҙ ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын»,—ти Зөлфиә Исҡужина.
Күптән түгел «Аҡмулла» позывнойлы яугир «Суворов» миҙалы менән бүләкләнгән. Исҡужиндар ғаилә башлығының ваҡытлыса ялға ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтә.

Автор:Кәримә Усманова
Читайте нас