+30 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 30 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика парламенты спикеры Константин Толкачев Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.
Депутат Денис Назаровҡа республика Башлығы Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
—Бөгөн Башҡортостан ҡануниәте илдә иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. Күп кенә закондарыбыҙ башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып торҙо, федераль хоҡуҡи акттар нигеҙенә һалынды, — тине республика Башлығы.