+30 °С
Болотло
Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында уңған, ҡул эшенә оҫта ҡатын-ҡыҙҙар бик күп. Шуларҙың береһе—Вәсилә Бағусҡарова.
—Вәсилә Хәкимйән ҡыҙы йәйҙәрен баҡса үҫтерһә, ҡышын балаҫ һуғыу менән булыша. Асыҡ-сағыу төҫтәге туҡыманан эшләнгән балаҫтары шундай матур килеп сыға. Ул ауылда үткәрелгән төрлө сараларҙа лә әүҙем ҡатнаша,—тиҙәр ауылдаштары.