Һуңғы йылдарҙа республикала үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының Берҙәм реестры мәғлүмәттәренә ярашлы, 2024 йылдың аҙағына Башҡортостанда 141,8 мең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты эшләй, уларҙың һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында—2-се, Рәсәй Федерацияһында 10-сы урынды биләй. Шулай уҡ «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты буйынса бирелгән «Агростартап» грантына алты йылда Башҡортостан Республикаһының 333 фермеры лайыҡ булған.
Бигерәк тә үҙ эшен асырға теләк белдергән эшҡыуарҙарға район һәм ҡалаларҙа үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ҙур ярам итә. Хәйбулла районында ла йүнселдәр өсөн бар шарттар тыуҙырылған. Район хакимиәте башлығы менән үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә теләгән һәр кем үҙ проектын тәҡдим итә, уны уңышлы яҡлағандан һуң артабан эште киңәйтеү маҡсатында тейешле ярҙам күрһәтелә.
Һәр кемдең бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа килеү юлдары төрлөсә. Лилиә Биксембәтова ла осраҡлы килә. Гай медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Аҡъяр үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булып башлай. Дүрт йыл эшләгәндән һуң, йәш ҡыҙ ҡыҫҡартыуға эләгә.
—Нимә эшләргә, артабан ҡайҙа барырға тип юғалып ҡалдым,–ти Лилиә Мәжит ҡыҙы.—Кемдер халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә барырға ҡушты. Унда миңә косметолог-массаж яһаусыға уҡыу мөмкинлеген әйттеләр. Ят һөнәргә ҡарата битараф булһам да, ризалығымды бирҙем. Өфөлә курста уҡығанда буласаҡ һөнәремә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Иң мөһиме—шәфҡәт туташы кеүек, кешеләргә сәләмәтлек һәм матурлыҡ бүләк итә алырыма ҡыуандым. Үҙемә тәжрибә туплау маҡсатында төрлө салондарҙың эше менән таныштым. Интернетта ла эҙләндем.
2013 йылда үҙ эшен булдырыу маҡсатында ярҙам һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау» муниципаль программаһында ҡатнашыу хоҡуғын ала. Күп тә үтмәй, бизнес-планы раҫланып, артабан эшен дауам итеү маҡсатында тәғәйенләнгән 210 мең һумлыҡ субсидияны алыуға өлгәшә. Был аҡсаға бөҙрәхана, маникюр һәм косметология ҡорамалдары һатып ала. Бар уңайлыҡтар тыуҙырылған матурлыҡ салоны асып ебәрә.
Заман менән йәнәш атлаған һәр эшҡыуар бер йүнәлештә генә эшләмәй. Ундайҙарға һәр саҡ эҙләнеү, үҫеш хас. Үҙе тырыш, үҙе һылыу эшҡыуар ханым артабан үҫешеү, тормош-көнкүреш йүнәлешендәге хеҙмәттәрҙе күр-һәтеүҙе киңәйтеү маҡсатында 2021 йылда «Әҙел» коворкинг үҙәген булдыра. Әйткәндәй, Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылында көнкүреш һәм һөнәрселек йүнәлештәрендәге ике коворкинг үҙәк уңышлы эшләй. Уларҙы асыуға «2019-2024 йылдарҙа Хәйбулла районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау» муниципаль программаһы сиктәрендә аҡса бүленгән. Һөнәрселек йүнәлешендәге коворкинг үҙәкте Рәмил Билалов етәкләй. Был үҙәктә балта оҫталары, ағас эшкәртеүселәр, халыҡ кәсептәре оҫталары урын алып эшләһә, Лилиә Биксембәтованың үҙәгендә бөҙрәхана, матурлыҡ салоны, массаж, хиджама, тырнаҡ, ҡаш, макияж эшләтеү, һөлөк һалыу кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә. Биш кешегә эш урыны булдырылған.
—Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа ҙур рәхмәтлемен. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә саҡырып, коворкинг үҙәге төҙөү тәҡдимен белдергәстәр, ирем менән кәңәшләшкәндән һуң, ризалыҡ белдерҙем һәм тиҙ арала эш башланыҡ. Әлбиттә, бинаны төҙөү өсөн генә байтаҡ сығымдар китте, кредит алырға ла тура килде. Бөгөн үҙәктә 10 бүлмә бар, уларҙың һәр береһе төрлө йүнәлештәр буйынса халыҡҡа матурлыҡ һәм сәләмәтлек хеҙмәтен күрһәтеүҙе дауам итә,—ти Лилиә Мәжит ҡыҙы.
Үҙәктә «Асия» бөҙрәханаһы уңышлы эшләп килә. Үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Асия Зөлҡәрнәеваға бер нисә ай алдан яҙылалар. Яҙ көндәрендә бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар бөҙрәханаға йыш мөрәжәғәт итә, ни тиһәң дә гүзәл заттар яҙ менән бергә үҙҙәренә күтәренке кәйеф менән матурлыҡ бүләк итергә ярата.
—Һәр кемдең зауығына ҡарап, йөҙөнөң төҙөлөшөн иҫәпкә алып сәстәрен ҡырҡам, төрлө прическалар эшләйбеҙ, үҙҙәре теләгән төҫтәргә буяйбыҙ,—ти Асия.—Күптәр миңә әхирәтенең йә иһә хеҙмәттәшенең прическаһын күреп, уның һөйләүенән ишетеп килә. 2013 йылдан эшләйем, үҙемдең ышаныслы һәм тоғро клиенттарым бар тип әйтә алам.
«Әҙел» коворкинг үҙәгенеңе беренсе ҡатында кафе асыу теләген эшҡыуарға клиенттар үҙҙәре белдерә тиһәк тә була. Сөнки бында райондың төрлө ауылдарынан һәм күрше Ырымбур өлкәһенән дә клиенттар йыш килә. Ҡайһыларына бер аҙ көтөргә, икенселәре бер юлы бер нисә мастерға яҙылып, яртышар көнөн үҙәктә үткәрергә мәжбүр була. Яҡында ҡапҡылап алыу өсөн кафеның булмауы йыраҡтан килеүселәргә бер аҙ уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Күп тә уйлап тормаҫтан, эшлекле ханым беренсе ҡатты тотошлайы менән кафе итеп йыһазландыра, кәрәкле инстанцияларҙан рөхсәт документтары туплай һәм күп тә үтмәй, тәмле аш-һыуҙары, татлы тәмлекәстәре, хәләл, сифатлы ризыҡтары менән кафе үҙ ишектәрен аса. Бөгөн бында килеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ, тик әҙерләп кенә өлгөрт!
Коворкинг үҙәгенең Аҡъяр-Гай-Орск-Ырымбур трассаһына яҡын булыуы ла уңайлы: күберәк кафеға алыҫ юлға йөрөгән водителдәр һәм пассажирҙар туҡтай.
Бөгөн Лилиә Биксембәтова—эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған, үҙ аяғында ышаныслы торған бизнес-леди. Киләсәктә эшҡыуар күрһәткән хеҙмәттәрен тағы ла киңәйтеп, заман уңайлыҡтары булдырылған, йәшәү өсөн бар шарттар тыуҙырылған ҡунаҡхана төҙөү хыялы менән йәшәй. Был бигерәк тә алыҫ юлға сыҡҡан пассажирҙар һәм водителдәр өсөн уңайлы булыр ине, ти ул. Икенсенән, республикала етәкселеге тарафынан юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереү концепцияһы ныҡлы өйрәнелә, был өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашырғанда инвесторҙарға ярҙам итеү өсөн билдәле алымдар йыйылмаһы бар.
«Юл буйы сервисы—республика үҫешенең перспективалы һәм инвестицияларҙы йәлеп итеүсе йүнәлештәренең береһе»,—тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең кәңәшмәләренең береһендә.Тимәк, Лилиә Биксембәтова был йүнәлештә лә үҙ эшен аса икән, уға район етәкселеге тарафынан да ярҙам буласаҡ.
Лилиә Мәжит ҡыҙы эшҡыуар ғына түгел, ә ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, ҡәҙерле әсәй ҙә. Ире Юнир Ғәрифйән улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән улар. Өлкән улдары Алмаз әсәһенең ныҡлы терәге,
әле ул Себер тарафтарында эшләй, ҡыҙҙары Юлиә 7-се класта, бәләкәстәре Илдар өсөнсөлә уҡый.
автор: Кәримә Усманова.
—Бизнес, эшҡыуарлыҡ—өҫтөнлөклө йүнәлеш. Кешегә эш булдырыу йәһәтенән бик кәрәкле тармаҡ. Ошо юҫыҡта гранттар, субсидиялар булдырылыуы, әлбиттә, бик яҡшы. Тик бөтә теләгән кеше бизнесты алып китә алмай. Шуға ла минең уйымса эшҡыуарҙарҙы әҙерләү буйынса айырым курстар, тренингылар кәрәк, был эффектлыраҡ эшләргә мөмкинлек бирер ине. Сөнки был йүнәлештә эшләүселәр көн дә тиерлек стресс кисерә, ауырлыҡтар аша үтә. Туҡтап ҡалмаҫ өсөн улар ныҡлы әҙерлекле булырға тейеш,—ти Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, эшҡыуар Айбулат Уразбахтин.