АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
13 Февраль 2025, 11:45

Беҙҙең әҙиптәр

«Ағиҙел» журналының яңы һанын тотоп редакциябыҙға Әхмәр Үтәбаев килеп инде. «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов уға бүләккә китаптар тапшырҙы. Китаптарҙың да ниндәйе бит әле?! Әйткәндәй, Башҡортостандың ике күренекле әҙибендә ниндәй уртаҡлыҡ бар? Кем белә?

Беҙҙең әҙиптәрБеҙҙең әҙиптәр
Беҙҙең әҙиптәр

Әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү, милли матбуғатта эшләү уларҙы берләштерә, әлбиттә. Тик бындағы ғына уртаҡлыҡ түгел. Улар икеһе лә Урал аръяғынан: Үтәбаев—Баймаҡ районынан, Тапаҡовтың сығышы Йылайыр районынан. Йәнә шуныһы: башҡорт яҙыусылары быйыл юбилейҙарын билдәләй. Әхмәр Ғүмәр улына—65, Хәйҙәр Ниғәмәт улына—70 йәш.

Әйткәндәй, 20 февралдә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында шағир, яҙыусы һәм журналист Әхмәр Үтәбаевтың юбилей кисәһе үтә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас