Исҡужин Рәми Данис улына — 7 йәш. Ул Сибай ҡалаһы Арҡайым ҡасабаһы мәктәбендә 1-се класта уҡый. Спортты ярата, футбол менән шөғөлләнә. Бик шуҡ, тиктормаҫ малай.
—Күп йылдар Себер тарафтарында йәшәнек. Шуға баламдың теле рус телендә асылды. Әле тырышып-тырышып башҡортса өйрәнәбеҙ. Рәми Ғарипов исеменә тап төшөрөргә ярамай. Беҙгә был исем бик оҡшай. Ғәрәп теленән «Уҡсы» тигәнде лә аңлата, шулай уҡ «йылмайыусан» тигән тәржемәһе лә осрап ҡуя. Нисек кенә булмаһын, улыбыҙ халыҡ шағиры исемен йөрөтөүе менән ғорурланам. Әлбиттә, ҡапыл аңламай, Рәмил тип әйтеүселәр ҙә бар. Әммә Рәми Ғарипов кеүек тиһәк, иҫтәрендә ҡалдыралар. Әле Арҡайым ҡасабаһында йәшәйбеҙ, күрше урам Рәми Ғарипов исемен йөрөтә. Тимәк, шағир үлемһеҙ, халыҡ уны онотмай. Улдарына Рәми тип ҡушыусылар ҙа булыр әле,—ти малайҙың әсәһе Милә.
Эйе, бик матур исем ҡушылған. Әлбиттә, кешене исем түгел, кеше исемде биҙәй. Рәми Исҡужин аҡыллы, рухлы бала булып буй еткерер, үҙенең милләттәше рухына тап төшөрмәҫ, тип ышанабыҙ һәм уңыштар, бәхетле киләсәк теләйбеҙ.
һүрәттә: Рәми әсәһе Милә менән.