АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
10 Февраль 2025, 06:30

Имен-һау ҡайт, ХИС!

«Хис» позывнойлы яугир үҙенең тыуған көнөндә ил һағына юллана.

Имен-һау ҡайт, ХИС!Имен-һау ҡайт, ХИС!
Имен-һау ҡайт, ХИС!

Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылы егете Илсур — махсус хәрби операция яугире. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, бөгөн - тыуған көнөндә кире Ватан һағына юллана. Был хаҡта ишеткәс, класташтары тиҙ генә йыйылып егетте ғүмер байрамы менән ҡотлаған һәм юлға оҙатҡан.

—Бөгөн класташыбыҙ Илсурҙың тыуған көнө. Һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, махсус хәрби операцияға юл тота.Беҙ кластышыбыҙҙы хөрмәт итеп, тыуған көнө менән ҡотларға дәррәү йыйылдыҡ. Алла бирһә имен-һау хеҙмәт итеп, тыуған яғына, ғаиләһенә имен ҡайтыуын теләйбеҙ,—ти класташтары исеменән Гөлназ Заманова.

 

Илсур! «Атайсал» коллективы ла һине тыуған көнөң менән ҡотлай. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм тиҙерәк әйләнеп ҡайтып, киләһе тыуған көндәреңде тыныс күк йөҙө аҫтында билдәләүеңде теләй. Фәрештәләр үҙе һаҡлаһын һине!

 

 

Башҡа сайттарға яҙманы автор һәм редакция рөхсәтенән тыш алыу тыйыла.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас