Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
4 Февраль , 10:55

Йылымдар батырын оҙатты

Баймаҡ районы Йылым ауылы халҡы ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтыусы ауылдаштарын бергәләп оҙатҡан, яҡташтарға күстәнәстәр биргән.

Йылымдар батырын оҙатты
Йылымдар батырын оҙатты

—Яугир ике аҙналыҡ ялда булып, үҙ бурысын артабан үтәргә хәрби операция яланына юлланды. Ә беҙҙең төп бурысыбыҙ - тылдан ярҙам күрһәтеү. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары тиҙ арала маскировка сеткаһы үреп, һалдаттарға күстәнәскә танһыҡ өй ризыҡтары әҙерләп бирҙе. Нәжиә Ишдәүләтова һәм Зәбирә Ишмырҙиналар яугиргә күңел йылыһын һалып бәйләгән бирсәткәләрен таршырҙы. Тыуған яҡ күстәнәстәре яугирҙәргә көс, дәрт-дарман өҫтәһен, ир-егеттәребеҙ тиҙерәк тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар! Һуғыштар бөтөп, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, тигән теләктәбеҙ,—ти ауылдың мәҙәни саралар ойоштороусыһы Дилә Кәйекбирҙина.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: